Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Октябрь 2020, 15:55

Митрополит Никон юбилейын билдәләй

"Башҡорт телен өйрәнә алмауым үкенесле, әммә мин был йәһәттән эш алып барам", тине митрополит.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никонды 70 йәше менән ҡотланы һәм уға Афонда яһалған Табын Алла Анаһы иконаһын бүләк итте. – Һеҙгә хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең епархия башында тап һеҙҙең кеүек кеше тороуы менән бәхетлебеҙ. Кешеләр һеҙгә тәрән ихтирам, хөрмәт менән ҡарай, һеҙ ҙә өс тиҫтә йыллыҡ хеҙмәт осоронда Башҡортостанды яратып, хатта ниндәйҙер дәрәжәлә башҡортҡа әүерелеп тә өлгөргәнһегеҙҙер, тип уйлайым. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ теләйем! Хеҙмәт итеүгә күп көс һалаһығыҙ, әммә үҙегеҙҙе һаҡлаһағыҙ ине. Был – иң мөһиме. Митрополит Никон Башҡортостан Башлығына ҡотлау өсөн рәхмәт әйтте. – Республикала 30 йыл йәшәү дәүерендә төрлө ваҡиғаларҙы үткәрергә насип булды, – тине ул. – Ниндәй генә замандар булмаһын, үҙебеҙгә тап төшөрмәнек. Һәр саҡ төбәк власына ла, кешеләргә лә тыныслыҡты һәм тотороҡлолоҡто һаҡларға ярҙам итергә тырыштыҡ. Артабан да эшмәкәрлегебеҙҙе дауам итербеҙ тип ышаным. Башҡорт телен өйрәнә алмауым үкенесле, әммә мин был йәһәттән эш алып барам. Фото: glavarb.ru Автор: Лилия Давлетбакова https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Mitropolit-Nikon-yubileyin-bild-l-y-479826/
Читайте нас: