Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Октябрь 2020, 17:57
Демография: заман ниндәй талап ҡуя?
Республикалағы демографик хәлгә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, үлем кимәленең тыуымдан юғарыраҡ булыуы хас.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова “Башҡортостандың демографик киләсәге: замандың яңы талаптары” парламент тыңлауҙарында сығыш яһаны.
Уның әйтеүенсә, республикалағы демографик хәлгә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, үлем кимәленең тыуымдан юғарыраҡ булыуы хас. Кире динамика 2017 йылдан күҙәтелә.
– 2019 йылда 41767 сабый тыуған, йәғни 2018 йыл менән сағыштырғанда биш меңгә аҙыраҡ. Тыуым менән үлем араһындағы сальдо минус 7300 кеше тәшкил иткән, – тине министр.
Ленара Иванова үҙенең сығышында сабыйҙар һанының кәмеүенә килтергән төп сәбәптәргә, ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген хәстәрләү алымдарына, ЭКО ғәмәлдәрен арттырыуға туҡталды. Демографияға йоғонто яһау факторҙары иҫәбенә ул “Асыҡ бала табыу йорто” концепцияһын, “Уңайлы медицина тикшереү” проектын, “Сабый тыуҙы” суперсервисын тормошҡа ашырыуҙы, инфраструктураны, сертификаттар ситемаһын үҫтереүҙе һ.б. индерҙе.
Министрлыҡ федераль һәм республика кимәлендә күрелгән өҫтәмә сараларға халыҡтың баһаһын артабан да өйрәнәсәк һәм анализлаясаҡ.
Фото: gtrk.tv
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Demografiya-zaman-nind-y-talap-uya-479121/
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы