Даирә
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Октябрь 2020, 16:14

Башҡортостанда синоптиктар октябрь айына һауа торошона фараз менән таныштырҙы.

Башҡортостостанда октябрь айы ғәҙәттәгегә ҡарағанда бер-ике градусҡа йылыраҡ була. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, көҙҙөң икенсе айында илдең бөтә төбәктәрендә лә һауа температураһы норманан юғарыраҡ була. Шулай уҡ белгестәр Башҡортостанда, Рәсәйҙең күпселек өлөшөндәге кеүек үк, октябрҙә яуым-төшөмдөң норманан аҙыраҡ буласағы тураһында хәбәр итте. Йәғни республикала ҡойма ямғырҙар көтөлмәй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алдағы аҙнаға фаразға ярашлы, Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы 4 октябрҙә тамамлана. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас в