Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Октябрь 2020, 15:14

Балалар сүп-сарҙы айырып йыйырға өйрәнә

Бының өсөн 250 мәктәпкә махсус контейнерҙар таратыла.

Әлеге заман шарттарында тәбиғәт ресурстары менән һаҡсыл эш итеү системаһын индереү мөһим. Айырыуса, балалар бәләкәйҙән быны белеп үҫергә тейеш. Ошо маҡсатта республиканың белем биреү учреждениелары сүп-сарҙы айырып йыйыу системаһын индерә. Төбәктә мәктәп уҡыусыларының экологик белем алыуы эшмәкәрлеген координациялаусы ойошма булып республиканың Балалар эколог-биологик үҙәге тора.
Был үҙәк сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн мәктәптәргә махсус контейнерҙар комплекты таратасаҡ. Унда ҡағыҙ, пластик һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу мөмкин буласаҡ. 400-ҙән ашыу комплектты республиканың 250 мәктәбе аласаҡ. Улар Ағиҙел, Межгорье, Нефтекама, Өфө ҡалалары, Архангел, Асҡын, Баҡалы, Балтас, Балаҡатай, Бөрө, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Борай, Дыуан, Дүртөйлө, Иглин, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Кушнаренко, Мәсетле, Мишкә, Нуриман, Салауат, Тәтешле, Туймазы, Саҡмағош, Шишмә, Шаран һәм Яңауыл районы мәктәптәре.
Шуныһын билдәләргә кәрәк, Башҡортостанда ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу этаплап индерелә. Быны мәктәптәрҙән башлау бик дөрөҫ аҙым, сөнки кеше уға бәләкәйҙән өйрәнергә тейеш. Бында балаларҙы экологик фекер йөрөтөргә өйрәтәләр, экология мәҙәниәтенә нигеҙ һалына, яуаплылыҡ арта. Быйыл беренсе этапта, ҡала һәм район үҙәктәрендә урынлашҡан мәктәптәргә ошо контейнерҙар ҡуйыла, бының өсөн аҡса республика бюджетынан бүленгән. Ауыл мәктәптәренә бындай контейнерҙар икенсе этапта ҡуйыласаҡ, быны 2021 йылда эшләү күҙаллана.
Бынан тыш республика Балалар эколог-биологик үҙәге экодәрестәр үткәреү өсөн методик ҡулланмалар әҙерләгән. Уларға ҡарап балалар көндәлек тормошта экологик йәһәттән үҙеңде нисек тоторға, сүп-сарҙы айырырға өйрәнәсәк.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда сүп-сарҙы халыҡтың 30 проценты айырып йыя. Йыл башынан алып республикала 168 мең тонна сүп-сар эшкәртеү аша үткән.
Республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар яҡынса ошоларҙан ғибәрәт: аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары – 26 процент, полимерҙар – 23,5 процент, ҡағыҙ һәм картон – 16,7 процент, быяла – 10,7 процент, металл – 5,4 процент, башҡалар – 12,7 процент.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу системаһын индереү республикала бөтә илдәге кеүек үк яйлап алып барыла, сөнки әлегә беҙҙә федераль кимәлдә эколог-иҡтисади өҫтөнлөктәр һәм мотивация юҡ. Башҡортостанда был эште уңышлы алып барыуҙа лидер булып Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалалары һәм Туймазы районы тора.
Пропаганда маҡсатында балалар баҡсалары, мәктәп һәм поликлиникаларҙа был системаны индерә башланылар. Беренселәрҙән булып Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге һигеҙ мәктәп ҡушылды.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/Balalar-s-p-sar-i-ayirip-yiyir-a-yr-n-478942/
Читайте нас: