1. Бынан ары балаларға тейешле түләүҙәрҙе алыу өсөн ғариза талап ителә. Һүҙ В. Путиндың пособиелары тураһында бара, уларҙы алыу ваҡытын оҙайтырға кәрәк булһа, ғариза яҙып, документтарҙы тапшырыу шарт.
Әлегә тиклем сабый тыуып, уға быйыл 1 апрелдән 1 октябргә тиклем бер йәки ике йәш тулһа, айлыҡ түләү ваҡыты үҙенән-үҙе оҙайтыла ине. 2 октябрҙән иһә был пособиены 12 айға оҙайтыу өсөн яңынан ғариза һәм тейешле документтар тапшырырға кәрәк.
2. Эшһеҙлек буйынса пособие оҙайтылмай. Пандемия осоронда ғәмәлгә индерелгән эшһеҙҙәргә ярҙам саралары туҡтатыла, шәхси эшҡыуарҙарға 12130 һумлыҡ пособие түләнмәй, шулай уҡ эшһеҙлек буйынса пособие түләү ваҡыты үткәндәр уны ала алмаясаҡ (әлегә тиклем ул өс айға оҙайтыла ине).
3. Инвалидлыҡты туранан-тура билдәләү тәртибе кире ҡайтарыла.
4. ОСАГО һатып алыу өсөн диагностика картаһы талап ителә. 1 октябрҙән ОСАГО полисын һатып алғанда диагностика картаһы йәки уның номеры талап ителә.
5. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия автоматлаштырылған тәртиптә оҙайтылмай.
6. Кафе һәм ресторандарҙан ҡалъяндар юҡҡа сыға. Ҡалъян тартырға яратҡан кешеләр өсөн махсус урындар асылырға тейеш, ләкин уларҙа эсемлек, аш-һыу һатылмаясаҡ (юғиһә улар шул уҡ кафеға әүереләсәк).
7. Йәмәғәт транспортында ярҙам, иғәнә йыйыу тыйыла. 5 октябрҙән транспортта ла, вокзалдарҙа ла иғәнә өсөн йәшниктәр менән йөрөү рөхсәт ителмәй.
8. Хеҙмәт кенәгәһен һайлау тураһында белдереү ваҡыты үтә. Октябрь аҙағына тиклем эш биреүселәр үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәт кенәгәһен ҡағыҙҙа ҡалдырыу йәки электрон вариантты һайлау мөмкинлеге тураһында хәбәр итә ала, хеҙмәткәр иһә был ғәмәлде йыл аҙағына тиклем башҡарырға тейеш.
9. Рәсәй гражданлығын алыу ябайлаша. Бәлиғ булған, юридик хоҡуҡлы баланың ата-әсәһе уға Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын ябайлаштырылған тәртиптә алыу мөмкинлегенә эйә.
Автор: Лилия Давлетбакова