Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Сентябрь 2020, 12:50

Яңы маҡсаттар һәм бурыстар менән

24-25 сентябрҙә Ғафури районында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтте.

Илем, телем, халҡым тип янған уҡытыусылар ике көн дауамында оҫталыҡ дәрестәрендә, треннингтарҙа, дискуссияларҙа ҡатнашып, фекер алышып, киләсәккә маҡсаттар ҡуйҙы. Форум барышында хеҙмәттәре менән ҙур уңыштарға өлгәшеүсе уҡытыусыларға Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының “ Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалдары ташырылды. Уҡытыусылар дистанцион уҡытыу, уҡытыуҙы цифрлаштырыу, мәктәп телевидениеһы, театры, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу, төрлө гранттарға документтар йыйыу һәм башҡа темалар буйынса фекер алышыуҙарҙа әүҙем ҡатнашты.
Әлфиә Ғәйфуллина,
Олокүл урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Аҙағын гәзит биттәренән уҡығыҙ.
Читайте нас: