Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Сентябрь 2020, 12:13

Урман шаулап үҫер

Уҙған шәмбелә Башҡортостандың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында тирә-яҡты йәшелләндереү өмәләре үтте. Был саралар Бөтә Рәсәй экологик өмә сиктәрендә “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы һәм “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә уҙғарылды. Беҙҙең районда ғына бер аҙна эсендә район халҡы, хеҙмәт коллективтары, мәктәп уҡыусылары, студенттар, йәмәғәтселек ойошмалары һәм ирекмәндәр тарафынан барлығы 50 меңдән ашыу ағас ултыртылды.

Бүләкәй ауылы эргәһендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Еңеү урманы” республика акцияһында барлығы 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһында тирә-яҡ ауылдар халҡы, мәктәп уҡыусылары, район хакимиәте һәм хеҙмәт коллек­тивтары хеҙмәткәр­ҙәре, ирекмәндәр, “Өфө урман техни­кумы” студент­тары бар ине. Дөйөм көс менән 4,8 гектар майҙанда Советтар Союзы Ге­ро­йы Иван Полунин хөрмә­тенә аллея булдырылды.
Сарала шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры – БР Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахма­нов, Волга буйы федераль окру­гы буйынса урман хужа­лығы департаменты началь­нигы вазифаһын башҡарыусы Сергей Ковалев, БР Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов, БР сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев, район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров сығыш яһаны.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Аҙағын гәзит биттәренән уҡығыҙ.
Читайте нас: