Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Сентябрь 2020, 15:33

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы журналистар араһында «Зауыҡлы биләмәләр йылы»н иң яҡшыртыуға конкурс иғлан итте

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы «Зауыҡлы биләмәләр йылы»н яҡтыртыу буйынса иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары материалдарына конкурс иғлан итте.

Конкурста айырым авторҙар йәки авторҙар коллективы ҡатнашырға мөмкин, аноним эштәр ҡабул ителмәй. Материалдар 2020 йылдың 1 ғинуарынан 1 ноябренә тиклем баҫылып сығырға тейеш. Эштәрҙе 10 ноябргә хәтлем ебәрергә кәрәк: Өфө, С.Халтурин урамы‚ 28, 420-се бүлмә (тел. 218-17-86).
Конкурс эштәре төрлө жанрҙа булырға мөмкин: республиканың дәүләт телдәрендә мәҡәлә, репортаж, интервью, һүрәтләмә. Конкурстың шарттары – бында.
Еңеүселәр түбәндәге номинациялар буйынса һайлана: «Интернет-киң мәғлүмәт сараһында иң яҡшы материал»; «Теле- һәм радиоканалдарҙа иң яҡшы материал»; «Иң шәп фотограф»; «Социаль селтәрҙә иң яҡшы видео»; «Зауыҡлы биләмәләр йылы темаһын иң яҡшы яҡтыртҡан мәктәп студияһы».
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: