Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Сентябрь 2020, 11:47

Ҡоҙоҡта – ике ир кәүҙәһе

Республикала һаҡһыҙ үлемдәр, бәхетһеҙ осраҡтар һаны арта. Үткән аҙнала ғына...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала аварияларҙа һәләк булғандар һаны арта. Был тәңгәлдә аҙна һайын үҫеш күҙәтелә. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты вәкиле һуңғы күрһәткестәр менән таныштырҙы.
Шулай үткән аҙнала Башҡортостан юлдарында 98 һәләкәт булған, уларҙа 113 кеше йәрәхәтләнгән, 14 кешенең ғүмере өҙөлгән. Йыл башынан алып бөтәһе 329 кеше һәләк булған. Был былтырғы менән сағыштырғанда туғыҙ кешегә күберәк.
– Йыл аҙағына тиклем юл фажиғәләрендә үлгәндәр һаны 400 кешенән артмаҫҡа тейеш ине. Тағы нимәләр эшләргә була, уйлайыҡ, – тине Радий Хәбиров.
Ғәҙәттән тыш хәлдәргә килгәндә, улар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләне. Был аҙнала 212 янғын булған, уларҙа биш кеше һәләк булған. Үлемесле янғындарҙың дүрт осрағында ғәйеп – тәмәке тартыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү. Урман янғындары теркәлмәгән.
Үткән аҙнала бәхетһеҙ осраҡтарҙан үлем осраҡтары күп булған. Мәҫәлән, бер кеше һыуға батҡан. Нефтекама ҡалаһында ирле-ҡатынлы өйҙәрендә һөрөм газынан ағыуланып үлгән. 26 сентябрҙә Ҡырмыҫҡалы районында ике ир ҡоҙоҡ таҙартырға төшөп, шулай уҡ метан газы менән ағыуланып һәләк булған.
– Ирҙәр 1978 һәм 1990 йылғылар. Улар һигеҙ метр тәрәнлектәге ҡоҙоҡто мотопомпа ярҙамында таҙартырға булған. Тик бындай тәрәнлектең хәүефле икәнлеге тураһында уйламағандар. Әле был эш буйынса тикшереү бара, - тине ул.
Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, Башҡортостанда мәжбүри туҡтап ҡалырға мәжбүр булған Ҡырғыҙстан граждандары ҡайтып бөткән. Радий Хәбиров был эштә ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтте.
Фото: ru.sm.news
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/o-o-ta--ike-ir-k---e-474094/
Читайте нас: