Даирә
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Сентябрь 2020, 23:49
Иренең тауыш күтәреүенә түҙмәйенсә...
Бишбүләк районында аяныслы хәл булды.
Һуңғы осорҙа ҡатын-ҡыҙ тарафынан ҡылынған енәйәттәр аптырашта ҡалдыра. Аңын-тоңон уйлап тормай кешегә киҙәнеү, ҡыҙыулыҡ менән бысаҡҡа йәбешеү, балаларға ҡул күтәреү тиһеңме... һәр ваҡиға аяныслы тамамлана. Бишбүләк районында булған ваҡиға - быға асыҡ ғибрәтле миҫал.
Өйөнә иҫереп ҡайтҡан иренең тауыш күтәреүенә түҙмәйенсә, ҡатыны ҡул аҫтына эләккән алһыу төҫтәге бысаҡ менән киҙәнә. Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, һалҡын ҡорал кухняла, ҡатындың эргәһендә генә булған. Үҙенең ниндәй енәйәткә барғанын һәм уның эҙемтәләрен аңлап, ике бала әсәһе яраланған ирен дауаханаға илткән. Полицейскийҙар енәйәт ҡоралын һәм ирҙең курткаһын тикшереүгә алған.
Полиция бүлегендә һорау алыу, тикшереү эштәренән һуң әсә өйөнә ҡайтарып ебәрелгән. Уға ситкә сығыу тыйылған. Енәйәттә ғәйепләнеүсе ҡатын дауаханалағы яраланған ире эргәһенә барып йөрөргә йыйына.
Фото: stavroskrest.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Irene-tauish-k-t-re-en-t-m-yens-472906/
Читайте нас: