Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Сентябрь 2020, 21:19

“Хәл көсөргәнешле була бара...”

“Табиптарҙың күбеһе сирләгәндән һуң эшкә сыҡты. Тик сирлеләр һаны кәмемәй, арта ғына..." Бөрйәндә хәлдәр нисек?

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡторғандарҙың киҫкен артыуы күҙәтелә. 29 сентябргә ҡарата диагноз раҫланған барлыҡ ауырыуҙар һаны 8748-гә етте, һуңғы тәүлектә йәнә 40 кешелә сир раҫланған.
Бөтәһе 8092 ауырыу һауыҡҡан, 39 пациент вафат булған. Әле дауаханала 56 ауырыу дауалана, 561 кеше - амбулатор шарттарҙа. Һуңғы тәүлектә пневмония диагнозы ҡуйылған ауырыуҙар һаны 149-ға еткән.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, ошоғаса имен-аман, тын ғына йәшәп ятҡан Бөрйән районында пневмонияның кинәт артыуы күҙәтелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 сентябрҙә район хакимиәте башлығы биләмәгә карантин саралары индерҙе. Сәбәбе - коронавирус инфекцияһы, пневмония һәм киҫкен респиратор сирҙәренең артыуы. Ике аҙнаға ҙур саралар үткәреү тыйылды, баҙар ябылды, мәктәптәр дистанциянан тороп уҡытыуға күсте. Бөрйән үҙәк район дауаханаһының баш табибы Фәнил Фәтҡуллин “Башинформ”ға хәбәр итеүенсә, ысынлап та, районда хәл ҡатмарлы. “Табиптарҙың күбеһе сирләгәндән һуң эшкә сыҡты. Тик сирлеләр һаны кәмемәй, арта ғына. Шуға күрә дауахананың инфекция һәм терапия бүлексәләрендә пневмония менән сирлеләрҙе дауалау өсөн провизор госпитален астыҡ. Медицина персоналы бында тәүлек әйләнәһенә вахта ысулы менән эшләйәсәк. Байназар амбулатор дауаханаһында һәм терапия корпусының инфекционист-табип кабинетында пневмония менән сирлеләр өсөн процедура кабинеттары асыла,” - тип аңлатҡан хәлде етәксе.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында Бөрйән районында хәлдең киҫкенләшеүен, киҙеү, пневмония һәм киҫкен респиратор сирҙәренең артыуын билдәләп, бының көҙгө миҙгел, тәбиғәт шарттары үҙгәреүе һәм халыҡтың эпидемиология нормаларын үтәмәүе менән аңлаталар. ”Сентябрҙә районда 60 кеше пневмония, биш кеше коронавирус менән сирләне. Киҫкен респиратор сирҙәр һәм киҙеү менән ауырығандар арта. Хәл үтә киҫкен булмаһа ла, апаруҡ көсөргәнешле. Медицина учреждениеһында тейешле медикаменттар һәм ҡорамалдар бар,” – тигән яуап алынды ведомствонан.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә 8232 кешенең сир йоҡтороуы билдәле булды. 160 ауырыуға табиптар ярҙам итә алмаған. 6479 ауырыу һауыҡҡан. Битлек-бирсәткә һәм дистанция һаҡлау режимы республикала көсәйтелә.
Фото:gtrk.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/H-l-k-s-rg-neshle-bula-bara-476270/
Читайте нас: