Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Сентябрь 2020, 14:01

“Атайым – күктә, ул башҡа ҡайтмай...”

Йәш атай яңы машина алып ҡайтып килгән...

26 сентябрҙә таң менән М5 трассаһында - Бүздәк районы биләмәһендә булған аварияла 23 йәшлек ир һәләк булды тип хәбәр иткәйнек. Ул “Лада Приора” автомобилендә ҙур тиҙлек менән “Kenworth” йөк машинаһы аҫтына инеп китә. Ул машинаға 49 йәшлек ир идара иткән була. Ҙур машина аҫтына инеп киткән йәш ирҙең тере ҡалыу мөмкинлеге булмай – алған йәрәхәттәренән ул урында уҡ һәләк була.
Әле “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәрселәре уның кемлеген асыҡлаған. 23 йәшлек Антон Өфөлә яңы машина һатып алған һәм Туймазыға ҡайтып килгән. Был турала ирҙең ҡатыны Гүзәл әйткән.
Ни өсөн ул ҙур машина аҫтына барып ингәндер, әле билдәле түгел. Хоҡуҡ һаҡсылары химик-токсикологик тикшереү билдәләгән, уның алкоголь йәки наркотик ҡулланыуы тикшереләсәк. Икенсе фараз буйынса, ул руль артында йоҡлап киткән.
Иң ауыры - ирҙең дүрт йәш ярымлыҡ ҡына ҡыҙы ҡалған. Балаға атаһының юҡлығын хәбәр иткәндәр.
– Ҡыҙыбыҙ белә. Беҙҙең атай хәҙер күктә тип әйтә. Атаһының башҡаса ҡайтмаҫын белә, – тигән Гүзәл.
Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: КП-Уфа.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Atayim--k-kt--ul-bash-a-aytmay-474849/
Читайте нас: