Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Сентябрь 2020, 12:28

Аксаков эҙҙәре буйлап

Башҡортостанда XXX Халыҡ-ара Аксаков көндәре башланды. Был байрам яҙыусы Сергей Тимофеевич Акса­ковтың тыуған көнө – 1 октябрь алдынан 1991 йылдан алып үткәрелеп килә. Тәүгеһе халыҡ-ара ЮНЕСКО ойош­маһы башланғысы менән Аксаков йылын иғлан итеү айҡанлы уҙғарыла.

Быйылғы байрам сара­лары Өфөнөң тәүге губерна­торы Григорий Аксаковтың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналды. Григорий Аксаков – билдәле рус яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, әҙәбиәт һәм театр тәнҡитсеһе Сергей Тимофе­евич Аксаковтың улы. Ул 1865 йылдың июне­нән 1867 йылдың ғинуарына тиклем Өфө губернияһын етәкләгән була.
Район Мәҙәниәт һара­йын­да иһә XXX Халыҡ-ара Аксаков көндәре сиктәрендә “Аксаков әкиәттәре” театр­лаштырылған концерты уҙғарылды. Унда төп ролдәрҙе мәҙәниәт һарайы артистары башҡарһа, моңло йыр­ҙар һәм осҡон сәсеп торған бейеүҙәр менән райондың үҙеш­мәкәр коллективтары сығыш яһаны. Кескәй тамаша­сы­ларға һәм уларҙың ата-әсәлә­ренә сағыу тамаша бик оҡшаны.
Сара рус әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләргә һәм тарих төпкөлөнә сумырға ярҙам итте.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотолары.
Читайте нас: