ҠУҘЫ
Аҙна ярайһы уҡ көсөргәнешле, төрлө ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Кесаҙна, йома мәшәҡәт айырыуса артып китер, моғайын. Йәшерен эштәрегеҙ булһа, шишәмбегә планлаштырығыҙ.
БУҒА
Осорҙоң тәүге яртыһында эшегеҙҙә иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Финанс мәсьәләһе киҫкенләшер. Шаршамбынан һуң хәлегеҙ яйға һалыныр. 28 сентябрҙә ниндәйҙер мөһим ҡарар ҡабул итерһегеҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Осорҙоң иң уңышлы көнө – 30 сентябрь. Эш урынында вазифала үрләү йәки хеҙмәт хаҡын арттырыу мөмкинлеге бар. Көслө заттарға һаулыҡҡа иғтиабарҙы арттырырға кәңәш ителә.
ҠЫҪАЛА
Иң көсөргәнешле осор – аҙна уртаһы. Йома эшлекле һөйләшеүҙәр, осрашыуҙар өсөн уңышлы булыр. Ял көндәрендә яҡындарығыҙға биргән вәғәҙәләрҙе үтәгеҙ.
АРЫҪЛАН
Күптән түгел ҡабул иткән ҡарар тормошоғоҙға йоғонто яһай башлар. Шаршамбы мөһим осрашыу көтә. Йома һәм шәмбе тиҫкәрелегегеҙ арҡаһында һүҙгә килешмәгеҙ.
ҠЫҘ
Мөһим эшлекле тәҡдим алырһығыҙ. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ, әммә артыҡ вәғәҙәләр биреп ташламағыҙ. 1, 2 октябрҙә алған мәғлүмәткә ышанмағыҙ.
ҮЛСӘҮ
Был аҙнала киләсәккә пландарығыҙ менән уртаҡлашырға ярамай. Шаршамбы ят проблемаларға йәлеп итергә тырышырҙар, ҡыҫылмағыҙ. Йома ниәтегеҙҙе тормошҡа ашыра башларһығыҙ.
САЯН
Күпләп аҡса эшләү мөмкинлеге тыуыр. Ҡайһы берәүҙәр ғишыҡ утында яныр, тик был оҙаҡҡа бармаҫ. Туҡланыуға иғтибар итегеҙ, 2-3 октябрҙә ағыуланыу хәүефе бар. Иҫерткес эсемлектән баш тартығыҙ.
УҠСЫ
Ҡыйыу пландарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ваҡыт. Шулай ҙа сит кешеләр алдында асылмағыҙ, аяҡ салырға маташырҙар. Шәхси тормошоғоҙҙа хәлдең киҫкенләшеүе ихтимал, сараһын күрегеҙ.
ЫЛАҠ
Мөһим ваҡиғалар аҙнаның икенсе яртыһында көтөлә. Эшлекле һөйләшеүҙәр, романтик осрашыуҙар булыр. Эштә бәләкәй генә хатаның ҙур мәшәҡәт тыуҙырыуы ихтимал. Ышаныслы, һыналған кешеләргә генә серегеҙҙе һөйләгеҙ.
ҺЫУҒОЯР
Ығы-зығы артып китер, хәлдәрҙе алдан күҙаллай алмаҫһығыҙ. Етди эштәрҙе бер аҙға кисектереп тороу хәйерле. Аҙна аҙағында ылыҡтырғыс тәҡдимдән баш тартығыҙ.
БАЛЫҠ
Ҡасандыр өҙөлгән мөнәсәбәттәр яңынан ялғаныр. Карьера йәһәтенән отошло тәҡдим яһарҙар. Аҙна уртаһында мөһим мәғлүмәт алырһығыҙ. Ял көндәрендә финанс мәсьәләһендә ситтән ярҙам булыр.