Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Сентябрь 2020, 14:37

Һөт ризыҡтарына ҡытлыҡ булмаясаҡ

Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһы 4,8 миллион һумлыҡ алты ҡорамал тапшырҙы. Лизингҡа ғариза биреүе бик еңел. Бының өсөн...

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорация" акционерҙар ойошмаһы "Тотороҡло үҫеш" лизинг продуктын тормошҡа ашыра башланы. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.
Шулай Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһы "Бөрө һөт ризыҡтары комбинаты" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә Рәсәйҙә етештерелгән 4,8 миллион һумлыҡ алты ҡорамал тапшырҙы.
- Бындай ярҙам комбинатҡа продукция ассортиментын байтаҡҡа киңәйтергә булышлыҡ итәсәк, - тинеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында.

"Тотороҡло үҫеш" лизинг продукты бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа коронавирус пандемияһы айҡанлы килеп тыуған иҡтисади ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итәсәк.

Лизингҡа ғариза биреүе бик еңел. Бының өсөн Төбәк лизинг компанияһы сайтында анкета тултырып ебәрергә кәрәк.
Фото: molloko.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/t-rizi-tarina-itli-bulmayasa-471202/
Читайте нас: