Даирә
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Сентябрь 2020, 12:03
Республикала ял көндәрендә +20 градусҡаса йылыта
Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм ҡояшлы була.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, йома, 25 сентябрҙә, көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +14,+19 градус тәшкил итә.
Ял көндәрендә, 26 һәм 27 сентябрҙә лә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан еңелсә. Һауа температураһы төндә 0,+5 градус, урыны менән -3 градусҡа тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшөүе ихтимал, көндөҙ +15,+20 градус.
https://
www.bashinform.ru/news/1498540-v-bashkirii-v-blizhayshie-vykhodnye-potepleet-do-20-gradusov/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Ксения Калинина
Читайте нас: