Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Сентябрь 2020, 18:40

Рәсәйҙең иң бейек тауында – Эльбруста Башҡортостан флагтары елберҙәй

Эльбруста Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагы, «TERRA BASHKIRIA» логотибы төшөрөлгән флаг һәм Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһының дөйөм милли союзы флагы елберҙәй. Эльбрус – Рәсәйҙең иң бейек тауы, бейеклеге – 5642 метр.

Флагтарҙы күтәреү өсөн Эльбрусҡа Башҡортостандан фермер Евгений Куприянов һәм Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһының дөйөм милли союзы эксперты – гид Виктор Агеев килде. Эльбрусҡа артылыу Башҡортостан Республикаһы һәм Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһының дөйөм милли союзы араһындағы хеҙмәттәшлек сиктәрендә ойошторолдо. Ул 27 сентябрҙә билдәләнгән Бөтә донъя туризм көнөнә бағышланды.
«Эльбрустағы һуңғы дүрт көндә яраҡлашыу процесы барҙы. Тауға күтәрелгәндә күп кенә хәүефле мәлдәрҙе еңеп сығырға тура килде, кислород етмәгәндән ҡыйыныраҡ булды. Ләкин менгән саҡта алған тәьҫораттарҙы, тау башында асылған һоҡланғыс күренеште оноторлоҡ түгел. Был ысынлап та матур», — тине Евгений Куприянов.
Сентябрь аҙағында Эльбруста һауа торошо һәм атмосфера баҫымы алмашына, шуға күрә әсе ел иҫә башлай, төндә ныҡ һалҡын.
«Һауа торошоноң ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, Эльбрус беҙҙең алда асылды һәм тау һырттарының гүзәл күренештәрен, болоттарҙың матурлығын, тауҙан иҫ киткес панорамаларҙы күҙәтергә мөмкинлек бирҙе», — тип өҫтәне Виктор Агеев.
Эльбрус тауына менгәндәрҙең һәр береһенең, маршрутты үтеү буйынса шәхси мотивацияһынан тыш, туризмды һәм тыуған төйәген яратыу тарихы менән бүлешеү теләге лә бар ине.
Виктор Көньяҡ Уралда тыуған, һуңғы ваҡытта Кавказда йәшәй һәм эшләй, Эльбруста ҡотҡарыу эштәрендә ҡатнашҡан.
«Экспедициялар менән йәшәйем, үҙ эшемде яратам, — ти Виктор Агеев.— Маршруттар бер төрлө булыуы мөмкин, ләкин кешеләр һәр ваҡыт төрлө».
Евгений Куприянов — умартасы, шулай уҡ ул балыҡ: һаҙан, аҡ амур үрсетеү менән шөғөлләнә. Евгений Куприянов фекеренсә, тауға менеү туризмды үҫтереү ҡоралдарының береһе булараҡ фермерҙар эшмәкәрлегенә иғтибарҙы йәлеп итергә тейеш.
«Башҡортостан фермерҙарын бергә туплау мөһим. Уларға ярҙам кәрәк. Күптәренең эшмәкәрлеге тураһында белмәйҙәр. Кешеләрҙең фермерҙар етештергән тәбиғи, экологик яҡтан таҙа аҙыҡты һатып алыу мөмкинлеге булыуын теләйем», – ти Евгений Куприянов.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты
Читайте нас: