Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Сентябрь 2020, 18:55

Өфө онкология үҙәгендә коронавирусҡа шик булған пациент табылған

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында Өфө онкология үҙәген ике аҙнаға карантинға ябыуҙары тураһында хәбәрҙе кире ҡаҡтылар.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, диспансерҙа ятҡан бер пациентта яңы коронавирус инфекцияһына шик бар. Ул өсөнсө хирургия бүлексәһендә асыҡланған.
«Бәйләнештә булған һәм хирург күҙәтеүенә мохтаж пациенттар изоляторға күсерелгән, мохтаж булмағандары ике аҙнаға изоляцияға ҡайтарып ебәрелгән. Бүлексәлә дезинфекция үткәрелә», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Ведомство вәкилдәре һүҙҙәренсә, Өфө онкология үҙәге планға ярашлы эшләй, карантин индерелмәгән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас: