Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Сентябрь 2020, 17:37

Бала саҡ илендә

Тәрбиәселәр – йәмғиәтебеҙҙең киләсәген тәрбиәләүсе, иңдәренә бик ҙур яуаплылыҡ йөрөтөүсе шәфҡәтле һөнәр эйәләре.

Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, үҙ эшенең оҫтаһы булған белгестәр кескәй балаларҙың саф күңел донъяһына изгелек орлоҡтары һалып, кескәй малай-ҡыҙҙарҙың тормошонда ҙур роль уйнай. Тәрбиәсе – ябай һөнәр генә түгел, ул – бала күңеленең белгесе.
- Был өлкәлә һәр кем эшләй алмайҙыр ул, моғайын. 25-30 баланың һәр береһенең кескәй йөрәгенә юл табыр өсөн сабыр лыҡта, күңел байлығы ла кәрәк,- ти Сахай ауылындағы “Аҡ сәскә” балалар баҡсаһы мөдире Зөһрә Ҡә би рова.
Сахай ауылында балалар баҡсаһы 1973 йылда асыла. Унда төрлө йәштәге кескәйҙәр йөрөй. 2012 йылда ауылдағы мәктәп-интернат реконструк цияланып, балалар баҡсаһы итеп үҙгәртеп ҡорола.
- Бөгөн “Аҡ сәскә” балалар баҡсаһы ике корпустан тора. Балалар дүрт төркөмгә йөрөй. Коллективыбыҙға кил гәндә, алты тәрбиәсе, шәфҡәт туташы, хужалыҡ эштәре мө дире, дүрт ашнаҡсы берҙәм бу лып, татыу эшләйбеҙ. Яңы коро навирус инфекцияһы арҡаһын да балалар һаны кәмене, әлбиттә. Әлегә 30 бала йөрөй. Ысынлап та, корона вирус эпидемияһы борсолорға мәжбүр итте, тормошобоҙға ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Шулай ҙа тәрбиәселәр һәр саҡ сафта, бала лар хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә бар көстәрен һалып эшләйҙәр.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: