Даирә
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Сентябрь 2020, 13:44

Айҙар Ғәлимов: "Сабый миңә оҡшағанмы?"

"Эй шатландым... Йыш ҡына кескәй балаларҙың фотоһүрәтен шулай бөтә кеше иғтибарына ҡуйыуға ҡаршы булам, тик бына үҙем дә ҡуйҙым бит әле..."

Билдәле йырсы Айҙар Ғәлимов "Инстаграм" селтәрендәге сәхифәһендә сабый бала күтәреп төшкән фоторәсемен ҡуйған. Һәм шатлығы менән бүлешкән:
"Был ейәнсәрең бигерәк үҙеңә оҡшаған инде, тип әйттеләр бер көндө. Эй шатландым... Йыш ҡына кескәй балаларҙың фотоһүрәтен шулай бөтә кеше иғтибарына ҡуйыуға ҡаршы булам, тик бына үҙем дә ҡуйҙым бит әле, хәҙер ҡыҙҙарымды нисек әрләйем инде?..
Был пандемияның беҙҙең өсөн ыңғай яғы - Сафия менән Самираның ошо көнгә ҡәҙәр яныбыҙҙа булыуылыр... Көн дә тиерлек уларҙың үҫеүен, һөнәр арттырыуын күреү - ниндәй ҙур бәхет, үҙемдекеләрҙең нисек үҫкәнен күрмәй ҙә ҡалғанмын бит, сапҡанмын да сапҡанмын...
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар, Самира ысынлап миңә оҡшағанмы?"
Яҙма аҫтында йырсының дуҫтарының, табыныусыларының кемеһелер "юҡ, Зиләгә оҡшаған", "Зиләгә" тиһә, кемдер "оҡшаған, әлбиттә, башы һәм ҡашы Айҙарҙыҡы. Иң мөһиме - таланты менән оҡшаһын, матур итеп йырлаһын" тигән.

Фото: "Инстаграм".
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Ay-ar--limov--Sabiy-mi--o-sha-anmi-470204/
Читайте нас: