Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Сентябрь 2020, 18:20

Альбинаның ирен ҡулға алғандар

Үткән аҙнала республиканың Иглин районында өс бала әсәһе 32 йәшлек Альбинаның һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәйнек.

Ҡатын дауаханаға ауыр баш мейеһе йәрәхәттәре менән эләгә, аҙаҡ комаға китә. Бер нисә көн реанимацияла ята, тик аңына килмәй вафат була.
Альбинаның яҡындары һәм туғандары белдереүенсә, уны даими рәүештә ире Михаил (исеме үҙгәртеп алынды) туҡмай. Улар фекеренсә, һуңғы тапҡыр ир ҡатынын нығыраҡ туҡмап ташлай. Һөҙөмтәлә ул үлә. Күп балалы әсәнең өс сабыйы ҡалған, иң бәләкәй улына әле ике йәш тә тулмаған.
Альбинаның туғандары белдереүенсә, Михаил үҙен ғәйепле тип һанамай һәм язанан ҡасырға итә. Оятһыҙ ир хатта ҡатынын ерләргә лә килгән, тиҙәр.
Һәм бына ошо көндәрҙә был тарихтың дауамы билдәле булды. “КП-Уфа” баҫмаһының хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы үҙ сығанағы белдереүенсә, Альбинаның 34 йәшлек ирен ҡулға алғандар. Уға “Үлемгә килтергән һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әле Михаил тәфтиш изоляторында, ә тәфтишселәр эште тикшереү менән була.
Ир үҙенең ғәйебен танымай. Ул, Альбина үҙе йығылып башын бәрҙе, тигән.
Фото: "КП-Уфа"
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Albinani-iren-ul-a-al-andar-470224/
Читайте нас: