Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Сентябрь 2020, 18:25

Әнүәр Нурғәлиевтең ниндәй шатлығы бар?

Моңло тауышлы йырсы өсөн быйылғы йыл ҡайғылы булды. "Тажлы" вирус уның ҡәҙерле әсәһен ер ҡуйынына һалды.

Әммә дауылдарҙан һуң болоттар араһынан ҡояш сыҡҡан кеүек, әҙәм балаһына ла ауырлыҡтан һуң еңеллек килә. Күптән түгел Әнүәр ҙә һөйөклө ҡатыны Ирина менән көмөш туйҙарын – 25 йыл бергә йәшәүҙәрен билдәләне. Шул сәбәпле улар йылы диңгеҙ буйына сәйәхәткә лә барып ҡайтҡан.
“Ысынлап та, ваҡыт һыу кеүек аға. Улыбыҙ Рафаэлгә 20 йәш, ҡыҙыбыҙ Элинаға – 15, үҫкәндәрен күрмәй ҙә ҡалған төҫлөмөн. Рәхмәт һиңә, емешем, минең янымда булғаның өсөн. Әсеһе-сөсөһөнә түҙҙең, һәр ваҡыт миңә көс биреп тораһың. Һәр бер йәштең үҙ матурлығы бар. Беҙҙең йәштә инде тапҡан малдың тәмен белеп, ейәндәр көтөп йәшәй торған саҡ. Яратҡаның, аңлағаның өсөн, балаларыбыҙ өсөн рәхмәт һиңә”, – тип хәләл ефетенә рәхмәт һүҙҙәрен яҙған ул “Инстаграм”дағы сәхифәһендә.
Беҙ ҙә яратҡан йырсыбыҙҙың ғаиләһен көмөш туйҙары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Фото: “Инстаграм”.
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова.
Читайте нас: