Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Сентябрь 2020, 17:24

Яр буйында ниндәй атыш булды ул?

Кисә баш ҡалала яңыртылған, матурланған Ағиҙел яры буйына йөрөргә сыҡҡан кешеләр ғәҙәти булмаған күренештән ҡоттары осто...

Кисә баш ҡалала яңыртылған, матурланған Ағиҙел яры буйында йөрөргә сыҡҡан кешеләр ғәҙәти булмаған күренешкә хайран ҡалды.
Бер-бер артлы үткән ҡара төҫтәге ҡиммәтле автомобилдәрҙән атыш тауышы ишетеп, кемдер асыҡ тәҙрәнән тышҡа тоҫҡалған ҡорал да күреп, ҡурҡыуға ҡалды. Нимә булды һуң был, тип шул мәлендә үк интернетта аптыраулы яҙмалар ҙа донъя күрә башланы.
Бынан алда был машиналар кортежын ҡаланың тарихи үҙәгендә - Совет, Вәлиди, артабан Пушкин урамдарында күргәндәр. Улар ҡысҡыртып сигнал биреүе менән халыҡ иғтибарын йәлеп иткән.
Шулай ҙа яр буйындағы ҡыланыштары халыҡты шок хәлендә ҡалдырған. Тыныслыҡты боҙоп, ҡала уртаһында тәүҙә берәмләп, аҙаҡ сиратлап атышыуҙары нимәне аңлатҡандыр? Замана байҙары туй-фәлән үткәреп, ҡыуаныстарын шулай сағылдырғанмы, әллә бандиттар үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡлағанмы?
Башҡортостан Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө ҡалаһы полиция бүлегенә был атыш тураһында хәбәр ителгән. Уны тикшерер өсөн полиция наряды ваҡиға урынына сыҡҡан. Әлеге мәлдә тикшереү бара. Әгәр мәғлүмәт раҫланһа, тәртип боҙоусылар законға ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Фото: instagram.com/bash-dtp-official
Автор: Аклима Гизатуллина
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: