Даирә
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Сентябрь 2020, 18:07

Ә өйҙә уны ҡатыны көткән...

Өлкән ағаһы ҡустыһын яҡлашырға килеп, бысаҡ менән танышының күкрәгенә, эсенә күп тапҡыр сәнсә. Уға ҡустыһы ла ҡушыла...

Был кеше лә хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә эләгә. Тик оҙаҡҡа түгел. Күп тә үтмәй, уның үле кәүҙәһе табыла...
Быйыл 13 сентябрҙә Өфө районында йәшәгән ҡатын иренең юғалыуы тураһындағы ғариза менән хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә. Баҡһаң, уның 56 йәшлек ире дүрт көн элек, 9 сентябрҙә үк, өйөнән китә һәм ғәйеп була. Уның өсөн борсолған ҡатын ни эшләргә лә белмәй.
Тәфтишселәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре эшкә тотона: ир аралашҡан кешеләрҙән һорау ала, уның телефонына килгән шылтыратыуҙарҙы тикшерә. Ә эш былай булып сыға.
9 сентябрҙә был ир бер туған булған 32 һәм 36 йәшлек таныштары менән Өфө районының “Сейәле йорт” баҡсасылар ширҡәтендә иҫерткес эсемлектәр эсә. Күп тә үтмәй, кесе ҡусты менән ир талашып китә, һуғышып та ала. Быға тиклем кеше үлтергән өсөн хөкөм ителгән өлкән ағаһы ҡустыһын яҡлашырға була һәм бысаҡ менән бер нисә тапҡыр танышының күкрәгенә, эсенә сәнсә. Өҫтәүенә ҡустыһы ла ҡайсы алып, ҡунаҡ кешене тағы бер нисә тапҡыр сәнскеләй. Был тиклем йәрәхәттәр алған ир урында һәләк була. Киләһе төндә ағалы-ҡустылы уның кәүҙәһен баҡсаларынан алып сығып, урманда йәшереп ҡуя.
Шик аҫтына алынған был ирҙәр ғәйептәрен таный, кәүҙәне ҡайҙа йәшергәндәрен әйтә. Республиканың Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, уларға ҡарата “Үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғаталар.
“Ағалы-ҡустылы менән беренсел тәфтиш эштәре башҡарылған һәм төркөм менән үлтереү өсөн ғәйеп тағылған. Хәҙер уларҙы һаҡ аҫтына алыу мәсьәләһе хәл ителә. Тәфтишселәр һәм полиция ағзалары эштең бар нескәлектәрен асыҡлау өсөн сараларҙы дауам итә”, – тинеләр Тәфтиш комитетында.
Фото: Тәфтиш комитеты.
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: