Мәсхәрәләнгән ҡыҙ 19 сентябрҙә кис көнө полицияға мөрәжәғәт итә. Көсләгәндән һуң бер сәғәт ваҡыт үткәс тә эшләй ул быны. Ҡыҙ белдереүенсә, көсләүсе уның фатирына килгән һәм ҡара эшен ҡылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре был кешенең кемлеген асыҡлай. Ул 28 йәшлек Үзбәкстан кешеһе булып сыға. Ул бер ни тиклем ваҡыт Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән. Уның беҙҙең илдә ваҡытлыса булыу срогы былтыр февралдә үк ғәмәлдән сыҡҡан булған.