Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Сентябрь 2020, 14:16
Туҡмағандармы, мыҫҡыллағандармы?
Учалыла юғалған ике үҫмер менән нимә булған?
Учалы районында ике үҫмер юғалыуы тураһында матбуғат саралары хәбәр иткәйне.
13 йәшлек Ярослав К. менән 15 йәшлек Данил К. юғалыуы хаҡында тәүгеләрҙән булып төбәктең “Ғаилә” үҙәгендә белдергәндәр. Малайҙарҙың балалар йортонда тәрбиәләнеүе мәғлүм.
Тәүҙә үҫмерҙәрҙең ни сәбәптән был һалҡын һәм шыҡһыҙ миҙгелдә ҡасып киткәне билдәле түгел тиһәләр, һуңғараҡ был ваҡиғала яңы үҙенсәлектәр мәғлүм булды.
“Горобзор” порталы социаль селтәрҙәрҙә Ринат С. тигән кешенең яҙғандарына һылтанып, малайҙарҙы туҡмауҙарын һәм мыҫҡыллауҙарын белдерә. Йәнәһе, был хаҡта уға Ярослав К. әйткән һәм тап шуның өсөн ҡасып киттек, тип белдергән. “Ошо көндәрҙә Ярослав миңә шылтыратҡайны, хәлдәре хөрт булыуын һөйләне. Балаларҙың ғаиләһе былай ҙа юҡ, ә уларҙы, етмәһә мыҫҡыллайҙар...” – тип әсенеп яҙған Ринат С.
Учалыла балалар көн иткән социаль учреждение хеҙмәткәрҙәре иһә был хәбәрҙе тулыһынса инҡар итте.
Был фекерҙе республиканың балалар омбудсмены Милана Скоробогатова ла хуплай һәм коронавирус пандемияһына тиклем Учалылағы балалар йортона барыуын, унда бынамын тигән педагогтар эшләүен, мөхиттең тыныслығын, әммә балаларҙың ҡатмарлы булыуын белдергән.
Кисәге кистә шул уҡ “Горобзор” порталы 13 һәм 15 йәшлек ике үҫмерҙең иҫән-һау табылыуын хәбәр итте. Был хаҡта "Лиза Алерт" эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре белдергән. Уларҙың юғалыу сәбәбен һәм табыу нескәлектәрен ирекмәндәр хәбәр итмәгән.
Фото: “Горобзор” порталы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Tu-ma-andarmi-mi-illa-andarmi-465840/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?