Үткән йәкшәмбелә, иртәнге сәғәттә, Туймазы районында аяныслы юл аварияһы булғанын, унда 29 йәшлек Туймазы ҡалаһы кешеһенең урында уҡ йән биргәнен матбуғат саралары хәбәр иткәйне.
“Комсомольская правда” порталы яҙыуынса, водитель “Киа Рио” автомобиленә идараны юғалтҡан, ҙур тиҙлектә юл ситенә осҡан, машина әйләнеп ятҡан.
Башҡа юлсылар зыян күреүсегә ярҙамға шунда уҡ ташланған, улар ҡотҡарыусыларҙы һәм “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен саҡырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш ир урында уҡ йән биргән.
Төбәк ЮХХДИ идаралығында ирҙең юл ҡағиҙәһен боҙоуы сәбәпле машинаны юл ситенә ауҙарғанын, әлеге ваҡытта тикшереү барғанын белдергәндәр.
Тағы ла шуныһы мәғлүм булды: 29 йәшлек Шамил Х. иртән эштәре менән күрше Серафимовка ауылына юлланған булған, бик ҡабаланған. Хәүефһеҙлек ҡайышын да эләктермәгән. Яҡындары иһә уның ун йылға яҡын машина йөрөтөүен, һәр саҡ ҡағиҙәләрҙе үтәүен белдерә.
Күңелсәк, ихлас Шамил күптән түгел һөйгәне менән уртаҡ ҡормош ҡорған. Йәй айҙарының береһендә улар никахлашҡан, ә күптән түгел күркәм туй үткәргән булған...
Шамил вахта ысулы менән Себер яҡтарында эшләп йөрөгән, яңыраҡ ҡына ҡайтҡан.
Әлбиттә, был ҡот осҡос юғалтыуға Шамилдың яҡындары ла, йәш ҡатыны ла һаман ышана алмай. Һөйгәне, туғандары өсөн һәр саҡ өҙөлөп торған, тәртипле, инсафлы ир килсәккә әллә күпме матур пландар менән йәшәгән булған...
Ваҡытһыҙ ғүмере өҙөлгән Шамил. Х.-ның яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, яҡындарына сабырлыҡ, түҙемлек теләйбеҙ.
Фото: “Комсомольская правда” порталы.