Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Сентябрь 2020, 18:00

Мәктәптәр дистанцияла уҡыуға күсә, баҙар ябыла, саралар кисектерелә

Башҡортостандың бер районында юғары әҙерлек режимына үҙгәрештәр индерелде.

Бөрйән районында юғары әҙерлек режимына үҙгәрештәр индерелде.

Был хаҡта район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов хәбәр итте.

“Хөрмәтле райондаштар! Район хакимиәтенең коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штабының ҡарарына ярашлы, бөгөндән, йәғни 23 сентябрҙән, районда юғары әҙерлек режимы индерелде. Сирҙең артабан таралыуын сикләү, шулай уҡ граждандарҙың именлеген һаҡлау маҡсатында ике аҙнаға түбәндәге киҫкен саралар ҡабул ителде:


- ҙур күләмле саралар тулыһынса кисектерелә;


- Иҫке Собханғол баҙары ябыла;


- район ойошмаларында граждандарҙы ҡабул итеү дистанциялы алымда һәм электрон форматта башҡарыла;


- мәктәптәр дистанциялы уҡыу алымына күсерелә;


- балалар баҡсаларында дежур төркөмдәр генә эшләйәсәк. Уларҙа ата-әсәнең икеһе лә ауырымай, эшләгән осраҡта ғына балаларҙы ҡабул итәсәктәр. Әгәр балаларҙы өйҙә ҡарарға мөмкинселек булһа,балалар баҡсаһына йөрөтмәй торһағыҙ ҙа була», тип район халҡына мөрәжәғәт итә башлыҡ, һәм барыһының давирустың таралыуы теркәлгән төбәктәргә сәфәрҙәрҙе кисектереп тороуын, мөмкин тиклем өйҙә ҡалыуын, паникаға бирелмәй, һаҡланыу сараларын теүәл үтәүен һорай.

Бынан бер-ике көн алда Ғәзиз Манапов “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, Бөрйән районында йәмғеһе 19 кешенең коронавирус инфекцияһы менән ауырығаны асыҡланғайны. Быларҙан тыш, 43 кешегә дауаханан тыш пневмония сире диагнозы ҡуйылған.

Автор: Айгөл Йәмилева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: