Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Сентябрь 2020, 11:57

Биш ирҙең кәүҙәһен тапҡандар...

Республикала әллә ниндәй ҡырағайлыҡтар ҡылына...

Республикала ҡырағай хәлдәр булып ҡына тора. Һуңғы биш көн эсендә генә биш ирҙең үле кәүҙәһе табылды. Уларҙың бөтәһе лә хәбәрһеҙ юғалған тип иғлан ителгәйне.
Шулай, йома көндө “Лиза Алерт” ирекмәндәре 43 йәшлек Роберт Мушегяндың кәүҙәһен таптылар. Уны туғандары һәм яҡындары 7 сентябрҙән бирле таба алмай ине. 11 көн үткәс, ул килеп сыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тере түгел...
Шәмбе көндө эҙәрмәндәр Илтенбай ауылында йәшәгән 66 йәшлек Юрий Кошкиндың һәләк булыуы тураһында хәбәр итте. Ул шулай уҡ 7 сентябрҙә ғәйеп булғайны. Ошо уҡ көндө тағы бер ир-азаматтың – 32 йәшлек Константин Бузмаковтың һәләк булыуы тураһында билдәле булды. Ул Өфө районы кешеһе ине. Ирҙе 5 сентябрҙән алып эҙләгәндәр.
21 сентябрҙә йәй аҙағында юғалған 34 йәшлек Руслан Ғәлиәхмәтовтың кәүҙәһен табыуҙары тураһында хәбәр иттеләр. Туғандары уны 16 августа уҡ юғалтҡан булған.
22 сентябрҙә иһә йәнә ауыр хәбәр билдәле булды: шулай уҡ йәй аҙағында юҡ булған 78 йәшлек Вячеслав Васильев табылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул да үлгән.
Көн һайын кеше юғала, һәләк була. Ниндәй замандар етте һуң ул? Күп осраҡта эскелек, насар уйлы кешеләр, бәхетһеҙ осраҡтар ғәйепле... Үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ. Айырыуса, ир-атҡа ҡағыла был һүҙҙәр. Ғүмер бер генә, һеҙҙең өсөн ҡайғырып торған яҡындарығыҙ тураһында онотмағыҙ.
Фото: Башинформ
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: