Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Сентябрь 2020, 11:07

Төнгө урманда - 81 йәшлек яңғыҙ бабай

Уны икенсе көндә генә табалар...

Көндәрҙең әле ҡояшлы, әле ямғырлы булыуы бәшмәктәрҙең ҡотороп үҫеүе өсөн бик ҡулай. Бәшмәкселәр урман-ҡырҙарға юлды һыуытмай. Тик күңелһеҙ хәлдәргә тарығандар ҙа йышая.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, үткән ялдарҙа ғына 11 кешенең бәшмәк йыйырға тип китеп аҙашҡаны билдәле. Етмәһә, уларҙың икәүһе - бала. Ҡайһы берҙәренә хатта ғүмерҙәрендә иң ҡурҡыныс мәлде – төндө урманда үткәрергә лә тура килгән. Бына, мәҫәлән, Ишембай районында 66 йәшлек ҡатын Ромадановка ауылы янында урманда бәшмәк йыйырға сыға. Әммә мауығып китеп, эңер төшкәнен һиҙмәй ҡалыпмы, йүнәлеште юғалтып, яҡтыла ауыл яғына сыға алмай ҡала. Уға урманда япа-яңғыҙ төн үткәрергә тура килә. Таң атыу менән юлды табып, үҙаллы урмандан сыға.
Туймазы районының Леонидовка ауылында ҡотҡарыусылар бер юлы өс бәшмәксене эҙләй. Тик ҡараңғы төндә генә юғалғандар табыла. Йәнә ошо уҡ райондың Көйөктамаҡ ауылынан 81 йәшлек ир ҡатыны менән бәшмәккә урманға китә. Ниндәйҙер мәлдә улар аймылыша. Әмәлгә ҡалғандай, бабайҙа кеҫә телефоны ла булмай. Оло кеше төндө урманда үткәрә. Уны икенсе көндә генә табалар. Эҙләүгә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, полиция хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән, “Лиза Алерт”, “Лиза хәүефһеҙлек” ирекмәндәре ҡушыла. Бәхеткә күрә, барыһы ла имен тамамланған.
Урманға сыҡҡанда һаҡлыҡты юғалтмай, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмай йөрөһәк ине.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Миләүшә Сайтакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/T-ng-urmanda-81-y-shlek-ya-i-babay-464745/
Читайте нас: