Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Сентябрь 2020, 11:10

Рөстәм Нәбиев шәп яңылыҡ менән уртаҡлашты!

“Миңә бөгөн Гиннесс рекордтары китабынан шылтыраттылар ҙа..."

Яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиевтең Рәсәйҙәге иң бейек тау Эльбрусҡа күтәрелгәне тураһында хәбәр иткәйнек инде. Билдәле булыуынса, ул - Омск ҡалаһында хәрби хеҙмәт үткән саҡта казарма емерелеп, ике аяғын да юғалтҡан кеше.
Эльбрус тауы - һау кешеләр өсөн дә үтә ауыр бирелә торған бейеклек. Күптәр уның яртыһына ла менеп етә алмайынса, кире әйләнә. Ә яҡташыбыҙ Рөстәм унда аяҡһыҙ килеш, ҡул көсө менән генә менеп етеүгә өлгәште.
“Миңә бөгөн Гиннесс рекордтары китабынан шылтыраттылар. Был шул тиклем шәп! Ныҡ шатмын! Мине унда индерһендәр өсөн, тауға ҡулдарым менән менгәнемде дәлилләгән видеоматериал биреү генә кәрәк. Беҙ, әлбиттә, бөтәһен дә тапшырасаҡбыҙ”, – тип яҙҙы Рөстәм Инстаграмда.
Рөстәм тауға менеүгә ярты йылдан ашыу әҙерләнде, көн һайын ауыр күнекмәләр башҡарҙы. Йәшәүгә, башҡалар кеүек үк булырға теләгән егет был хыялын да тормошҡа ашырыуға өлгәште.
Афарин, Рөстәм! Артабан да уңыштар юлдаш булһын. Ул Инстаграмда, сираттағы маҡсат – Эверест, тигәйне. Был да уның ҡулынан килер тип ышанабыҙ.
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/R-st-m-N-biev-sh-p-ya-ili-men-n-urta-lashti-464818/
Читайте нас: