Даирә
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Сентябрь 2020, 11:44

Кеше булып ҡалырға кәрәк!

Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта был республиканың мең ярымдан ашыу кешеһе ҡайта алмай Башҡортостанда тороп ҡалырға мәжбүр булған.

Үткән аҙна ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғалары менән хәтерҙә ҡалды. Иң аяныслы осраҡ ял көндәрендә Белорет районында теркәлде, бында йөк машинаһы аҫтына барып инеп, тотош ғаилә юҡҡа сыҡты. Дөйөм күрһәткестәр ҙә күңелһеҙ: республикала теркәлгән 97 автомобиль аварияһында 116 кеше йәрәхәтләнгән, 17 кеше һәләк булған. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев белдерҙе.
Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, авариялар һәм уларҙа йәрәхәтләнгәндәрҙең дөйөм һаны бер ни тиклем кәмеһә лә, һәләк булғандар менән хәл насарыраҡ. Йыл башынан республика юлдарында 315 кешенең ғүмере өҙөлгән, былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда - күберәк.
Эскән килеш рулгә ултырғандар менән көрәш дауам итә. Был аҙнала ғына 270 иҫерек ҡулға алынған, уларҙың 146-һы – ял көндәрендә.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, үткән аҙнала Башҡортостанда 187 янғын теркәлгән, уларҙа алты кешенең ғүмере өҙөлгән. Ике районда – Йылайыр һәм Ейәнсурала урман янғындары башланған.
Шуныһы аптырата, көндәрҙең һалҡын тороуына ҡарамаҫтан, һыуҙа батҡан кешеләр һаман бар. Үткән аҙнала һыу ятҡылыҡтарынан өс кешенең кәүҙәһе сығарылған. 61 кеше урманда юғалған. Нуриман районындағы бер кешенән башҡалары табылған.
Бынан тыш, Фәрит Ғүмәров Ҡырғыҙстан граждандарына бәйле ғәҙәттән тыш хәл буйынса ла мәғлүмәт бирҙе. Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта был республиканың мең ярымдан ашыу кешеһе ҡайта алмай сик буйында туҡтап ҡалырға мәжбүр булған. Улар Ырымбур өлкәһе аша Ҡаҙағстанға, аҙаҡ үҙҙәренә сығырға тип юлланған, тик коронавирус арҡаһында сиктәр ябылғас, Башҡортостанда тороп ҡалырға мәжбүр булған.
– Ҡырғыҙстан граждандары туҡтаған район һәм ҡалаларҙың хакимиәт башлыҡтарына рәхмәт. Был мәсьәләгә кешелекле ҡарауҙы һорағайным. Сит ил граждандары еңел булмаған хәлгә тараны, улар бында ғәйепле түгел. Бөтәһе лә уларҙы беҙҙең кеүек яҡшы ҡабул итмәне. Урынлаштырып, туҡландырыу ойоштороу бик дөрөҫ. Үҙебеҙ ҙә ошондай бәләгә тарыуыбыҙ бар, кеше булып ҡалырға кәрәк, – тине быға Радий Хәбиров.
Фото: gtrk.tv
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Keshe-bulip-alir-a-k-r-k-463940/
Читайте нас: