Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Сентябрь 2020, 11:54

Ике аҙна эсендә – 12 контейнер!

Батарейкалар йыйыу балалар өсөн генә түгел, уларҙың ата-әсәләре, туғандары, күршеләре өсөн дә мауыҡтырғыс шөғөлгә әүерелгән.

"Экохәстәрлек” проекты – көсө бөткән батарейкаларҙы йыйып тапшырыу. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә бойомға ашырылған был сара сиктәрендә мәктәп уҡыусылары белем усаҡтарында урынлаштырылған махсус контейнерҙарға батарейкалар алып килә. Улар аҙаҡ заводтарға утилләштереүгә ебәрелә.

Башҡортостанда “Экохәстәрлек” проекты Өфөнән тыш Бәләбәй һәм Октябрьский ҡалаларындағы мәктәптәрҙә тормошҡа ашырыла.

Өфө ҡалаһындағы 74-се мәктәп батарейкаларҙы йыйыуҙың үҙенсәлекле ысулын уйлап тапҡан – социаль селтәрҙәрҙә “Экохәстәрлек” акцияһына арналған фотоконкурс иғлан иткәндәр.

Уҡыусылар #74батарейкисдавайте хэштегы аҫтында ҙур теләк менән фоторәсемдәр һалған. Был бәйге арҡылы батарейкалар йыйыу балалар өсөн генә түгел, уларҙың ата-әсәләре, туғандары, күршеләре өсөн дә мауыҡтырғыс шөғөлгә әүерелгән.

Уҡыу йылы башынан алып ике аҙна эсендә 12 контейнер батарейкалар менән тулған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор: Айгөл Йәмилева
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/Ike-a-na-esend--12-konteyner-464364/
Читайте нас: