Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Сентябрь 2020, 11:39

“Иң ҙур ҡиммәт – балаларыбыҙ, атай-әсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙ...”

Беҙҙең Республикабыҙ ҙа, ғаиләбеҙ кеүек, ярата, бүлешә, бер-береһен хәстәрләй, үҙенең ояһын һаҡлай белгән кешеләргә таяна.

Яңы эш аҙнаһын бығаса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарған Андрей Назаров Хөкүмәт Премьер-министры вазифаһында башланы. Шундай бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәүләт эштәре араһында ул ғаилә ныҡлығы, йәш һәм өлкән быуындар бәйләнеше, бер-береңде яратыу һәм хөрмәтләү, Ватанға тоғролоҡ тураһында фекер йөрөтөп, “Фейсбук”тағы үҙенең сәхифәһендә былай тип яҙҙы:
“Киләсәк балаларҙан башлана. Уның нисек булыры бөгөн сабыйҙарыбыҙ күңеленә ниндәй орлоҡтар сәсеүебеҙҙән, уларҙың шәхес булараҡ үҫешенә ниндәй шарттар тыуҙырыуыбыҙҙан тора. Һәм был эштә ғаиләнең әһәмиәте сикһеҙ. Ата-әсәнең балаларын бәләкәйҙән һөйөү мөхитендә үҫтереүе мөһим. Шунда беҙ “яратыу” тигән төшөнсәнең киләсәк кешеһенең ҡәҙимге торошо икәнен аңлатырбыҙ. Шунда уның бар теләктәре, ынтылыштары кешеләр мәнфәғәтенә, тормошто яҡшыраҡ итеү уйына йүнәлтелгән буласаҡ.
Нимә ул ғүмер? Ул – кемгәлер нимәлер биреү процесы. Һәм был йүнәлештә иң мөһим ҡиммәттәр – ғаиләбеҙ, балаларыбыҙ, атай-әсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙ. Беҙҙең Республикабыҙ ҙа, ғаиләбеҙ кеүек, ярата, бүлешә, бер-береһен хәстәрләй, үҙенең ояһын һаҡлай белгән кешеләргә таяна.
Үҙемдең яҡтан да Башҡортостандың һәм уның халҡының сәскә атыуы өсөн бөтә көсөмдө һалырымды белдерәм. Һәм беҙҙе бөйөк киләсәк көткәненә ышанам.
Ә дүшәмбе эш аҙнаһын яңы көс менән файҙалы итеп башлау мөмкинлеген бирә. Бөгөн башҡарған ғәмәлдәр иртәгә ҡайҙа булырыбыҙҙы билдәләй.
Бөтәгеҙгә лә файҙалы эш аҙнаһы һәм һаулыҡ теләйем!”
Фото: facebook.com
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: