Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Сентябрь 2020, 14:02

Эште 15 ноябргә тамамларға ниәтләйҙәр

Радий Хәбиров 2024 йылға биләмәләрҙәге ваҡ таш һәм ҡом-ҡырсынташ түшәлгән юлдарҙы төҙөкләндереү бурысын ҡуйҙы.

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылға биләмәләргә илткән ваҡ таш һәм ҡом-ҡырсынташ түшәлгән юлдарҙы, шул иҫәптән торлаҡ күпләп төҙөлгән биҫтәләрҙәге юлдарҙы төҙөкләндереү бурысын ҡуйҙы. Төбәк етәксеһенең күрһәтмәһенә ярашлы, быйыл һәр муниципалитет юлға ваҡ таш түшәүгә өҫтәмә рәүештә 10-ар миллион һум аҡса алды. Киләһе йылда ла ошо маҡсатҡа аҡса бүлеү ҡаралған. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев әйтеүенсә, 2020 йылда мең километрҙан ашыу юлға ҡырсынташ түшәләсәк. Төҙөкләндереүҙе 15 ноябргә тиклем тамамлау күҙаллана. Бөтә муниципалитеттар ҙа тиерлек был эште Башҡортостандың Юл фонды аҡсаһына башҡара, тик өс район – Өфө, Асҡын, Бәләбәй генә юлдарын урындағы бюджет иҫәбенә ремонтлай. – Район башлыҡтарының үҙ биләмәләрендәге юлды төҙөкләндереүгә аҡса табыуы урындағы бурыстарҙы уларҙың яҡшы аңлауы тураһында һөйләй, – тине Радий Хәбиров. Мәғлүм булыуынса, республикала ошо өлкәләге эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында юл хужалығын үҫтереүҙең дөйөм системалы саралары” төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: glavarb.ru Автор: Лилия Давлетбакова https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Eshte-15-noyabrg-tamamlar-a-ni-tl-y-r-465854/
Читайте нас: