Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Сентябрь 2020, 11:09

Бөрйәндә Гөлсиә менән хушлаштылар...

"Матурҡайыбыҙ, һин беҙҙән шул тиклем иртә киттең..."

Бөрйән районының Байназар ауылында булған фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек. Унда 19 сентябргә ҡарай төндә “ВАЗ-2112” автомобиле өс кешене тапата. Береһе урында һәләк була, ике кеше йәрәхәтләнә. Водитель шунда уҡ ваҡиға урынынан ҡаса.
25 йәшлек водителде ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала асыҡлай һәм таба. Әйткәндәй, ул медицина тикшереүе үтеүҙән баш тарта, сөнки бер көн алда алкоголь ҡуланған булған. Нисек булһа ла, был эш буйынса тикшереү башланған.
Әле аварияла ҡазаланған кешеләр тураһында билдәле булды. Асыҡланыуынса, йәштәр ошо ауыл кешеләре булған. Иң ауыр йәрәхәттәрҙе 28 йәшлек Гөлсиә А. ала. Ул табиптар килеп еткәнсе һәләк була. 36 йәшлек Рәмистең аяҡтары һына һәм дауаханаға оҙатыла. 24 йәшлек Галина А.-ла сыйылған һәм күгәргән урындар ғына табыла. Ул медицина ярҙамынан баш тарта.
Ошо көндәрҙә Гөлсиә менән тыуған ауылы халҡы хушлашты. Таныштары һәм күршеләре уны тик изге һүҙҙәр менән генә хәтергә ала. Бик асыҡ күңелле булған, һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер торған.
"Матурҡайыбыҙ, һин беҙҙән шул тиклем иртә киттең. Яҡындарыңдың ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, ауыр тупраҡтарың еңел булһын", – ти мәрхүмәнең яҡындары.
Бик аяныслы, яңылыш үлем... Йәшләй ғүмере өҙөлгән мәрхүмә бигерәк йәл. Туғандарының ауыр ҡайғыһын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ. Юлдарыбыҙ имен булһын ине.
Фото: КП-Уфа.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: