Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Сентябрь 2020, 11:16

Ауыл хужалығы ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ

"Хәҙерҙән үк 2021 йылға лизинг программаларында ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләй башлауҙы һорайым".

Башҡортостанда уңыш йыйыу тамамланып килә. 21 сентябргә ҡарата 1,6 миллион гектар ерҙән ашлыҡ алынған - дөйөм майҙандың 93 проценты. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.
Дөйөм алғанда, республика хужалыҡтары 3,7 миллион тонна ашлыҡ һуҡҡан. Стәрлетамаҡ (206 мең тонна), Илеш (200 мең тонна) һәм Саҡмағош (195 мең тонна) райондары алдынғылыҡты бирмәй. 12 район 100 мең тоннанан ашыу иген йыйған.
Төбәктең ауыл хужалығы предприятиелары 416 мең гектарҙа ужым культуралары сәскән. Был - пландың 83 проценты. Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, климаттың үҙгәреүе сәбәпле, һуңғы йылдарҙа ужым культуралары күпләп юҡҡа сыға. Был проблеманы хәл итеү юлы булып агростраховкалау программаһы тороуы ихтимал. Уға ярашлы, аграрийҙарға страховка иғәнәһенең яртыһы ҡаплана. Быйыл ошо йәһәттән ярҙам итеү өсөн бюджеттан 127,5 миллион һум аҡса бүленгән (былтыр 55,8 миллион һум булған). Ведомство етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына был йүнәлештәге эште махсус контролгә алыуҙы һораны.
“Росагролизинг” программаһын үҫтереү буйынса һөйләп, Илшат Фәзрахманов был йүнәлештә лидерҙар булып Благовар, Шишмә, Бәләбәй, Илеш, Баҡалы райондары торғанын әйтте. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер урындарҙа ошо эш туҡтап ҡалған тиерлек. Вице-премьер - ауыл хужалығы министры муниципалитеттар һәм предприятиелар вәкилдәренә мөрәжәғәт итеп, хәҙерҙән үк 2021 йылға лизинг программаларында ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләй башлауҙы һораны.
Радий Хәбиров Андрей Назаровҡа муниципалитеттар менән аргостраховкалау һәм лизинг программаларында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса өҫтәмә эш үткәрергә ҡушты.
– Минең уйымса, күптәр уларҙа ҡатмарлы финанс шарттары сәбәпле ҡатнашыуҙан баш тарталыр. Кешеләргә беҙҙең нисек ярҙам итә алыуыбыҙ тураһында аңлатырға кәрәк. Техника һатып алыу темптары кәмемәһен ине. Бер нисә көн элек мин Хәйбулла районының ауыл хужалығы предприятиелары вәкилдәре менән аралаштым. Беҙ бүлгән ҙур түгел сумма ла улар өсөн ҙур ҡотҡарыу сараһы булып торған. Был ярҙамды дауам итергә кәрәк, беҙһеҙ уларға бик ауырға тура килер. 2024 йылға тиклем ауыл хужалығын модернизациялау эшен тамамларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Фото: rb7.ru
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Auil-hugali-i-yar-am-i--almayasa-464502/
Читайте нас: