Даирә
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Сентябрь 2020, 11:16

"Ағайым эргәһендә йәшәп торам"

Ҡот осҡос фажиғәгә бәйле ниндәй мәғлүмәт асыҡланды?

Бер ай элек Руслан Ғәлиәхмәтов Архангел районындағы Уҫаҡлы ауылындағы йортонан сығып киткән. Уны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үле килеш тапҡандар.
Асыҡланыуынса, 34 йәшлек ир ошо ваҡытта туғандарында булған. Был хаҡта уның элекке ҡатыны белдергән. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Руслан – тыумышы менән Дүртөйлө районынан. Быйыл ул күпмелер ваҡыт ағаһы эргәһендә йәшәп торорға теләгән.
“Уны үҙ йортонан алыҫта тапҡандар. Ата-әсәһенән – 200 километр арауыҡта. Ул туғанында булған һәм шунда юғалған”, – тип һөйләгән Марина.
Экспертиза ирҙең үлем сәбәптәрен асыҡлаясаҡ.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/A-ayim-erg-end-y-sh-p-toram-464810/
Читайте нас в