Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Сентябрь 2020, 16:55

Йылыны ҡасан теләйһең, шунда тоҡандырырға мөмкин

Йортта йәшәгән халыҡ көндәрҙең һалҡынайыуын көтмәйенсә, үҙҙәре теләгән мәлдә йылытыу миҙгелен башларға хоҡуҡлы. Бының өсөн...

Законға ярашлы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы хеҙмәткәрҙәре һауа температураһы биш көн дауамында +8 градустан күтәрелмәгән осраҡта йылылыҡ бирә башларға тейеш. Был хаҡта РФ Торлаҡ кодексында әйтелә.
Һәр ҡала йәки район йылытыу миҙгелен ҡасан башлауҙы үҙаллы хәл итә. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы хакимиәте кампанияға стартты үткән аҙнала бирҙе: 17 сентябрҙә ҡала мэры Өлфәт Мостафин ошо хаҡтағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Башҡа ҡала һәм райондар ҙа ошо көндәрҙә был ғәмәлгә ҡушыласаҡ.
Әммә йортта йәшәгән халыҡ көндәрҙең һалҡынайыуын көтмәйенсә, үҙҙәре теләгән мәлдә йылытыу миҙгелен башларға хоҡуҡлы. Бының өсөн дөйөм йыйылыш үткәреп, «йылы бирергә» тигән ҡарар сығарырға һәм уны идарасы компанияға ебәрергә кәрәк. Әгәр йорт техник йәһәттән әҙер икән, ресурс менән тәьмин иткән компания йылы бирәсәк. Шуныһы мөһим: был һеҙҙең фатир өсөн түләмегеҙҙә сағылыш табасаҡ. Беҙ барыбыҙ ҙа йылылыҡ өсөн күпме ҡулланыуға ҡарап түләйбеҙ: күберәк тотонған һайын иҫәп тә арта.
Сентябрҙән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр ҡағыҙына «йылылыҡ» тигән графа кире ҡайта. Былтырғы ҡышта бөтә республика яңыса түләү системаһына күсте. Хәҙер беҙ йылы өсөн элеккесә йыл буйына түгел, ә йылытыу миҙгелендә генә түләйбеҙ. Һауа торошона ҡарап, сумманың төрлөсә булыуы мөмкин. Иҫәпләү ҡорамалы күпме күрһәтә, түләү ҙә шунан сығып билдәләнә.
Фото: alfakontakt.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Yilini-asan-tel-y-e--shunda-to-andirir-a-m-mkin-463327/
Читайте нас: