Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Сентябрь 2020, 15:53

“Яңы һулыш менән”

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, “Ә һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар?” тигән яңы рубрика тәҡдим итәбеҙ. Ауылығыҙҙағы төрлө өлкәгә ҡағылышлы яңылыҡтарҙы беҙгә ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ.

Рәүиә Хәмитова, Түбәнге Төкөн ауылы:
- Ауылыбыҙҙың мәҙәниәт усағында Вәсилә Сәхәпова эшләй башланы. Белгес тәүге көндәрҙән үк үҙенең оҫта ойоштороусы булыуын күрһәтте. Берҙәм һайлау көндө концерт ҡына түгел, йәрминкә лә ойоштороп, халыҡҡа аҙыҡ-түлек һәм башҡа көнкүреш әйберҙәре тәҡдим ителде. Йортта эшләнгән һуттар, ҡайнатмалар, пицца, башҡорт халыҡ аштары - ҡыҫтыбыйҙар, бәлештәр, “ҡош теле”, ҡорот, ҡыҙыл эремсек һәм башҡа тәм-томдарҙы, шулай уҡ бәйләнгән әйберҙәрҙе халыҡ теләп һатып алды. Килеүселәр самауырҙа ҡайнаған йылы сәй менән һыйланды.
Яңы эш башлаған ауылдашыбыҙ - ете бала әсәһе. Балаларының барыһы ла талантлылар, эшһөйәрҙәр. Был көндө ләВәсиләбеҙҙең ҡыҙҙары башҡарыуындағы милли бейеүҙәрҙе халыҡ ихлас ҡабул итте.
Алдағы көндәрҙә лә уның тырышып эшләүен, сәләмәт булыуын теләйем. Ижади уңыштар һиңә, Вәсилә Яхья ҡыҙы!
Читайте нас: