Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Сентябрь 2020, 12:45

Улар вахтасы аталарын ҡаршыларға барған...

Ҡот осҡос авария уларҙың дүртеһен дә алып китте. Атаһының балаларына тип алған бүләктәре юл буйында тәгәрәшеп ятып ҡалған...

Кисә төндә Белорет районында булған ҡот осҡос авария бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. Күҙ асып йомғансы дүрт кешенән торған ғаилә юҡ булды. Ата-әсә лә бик йәш, балалары ла бәләкәй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә төнгө 11-ҙә Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 151-се километрында “Фольксваген Поло” автомобиле "Ман" йөк машинаһы аҫтына инеп китә. Бынан һуң машина юлдан сығып оса. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водитель ир, уның 27 йәшлек ҡатыны, биш һәм һигеҙ йәшлек ике бала урында һәләк була.
Аварияның шаһиттары һөйләүенсә, төндә был урында туҡтауһыҙ ямғыр яуып торған. Юл еүеш һәм тайғаҡ булған. Шуға күрә еңел автомобиль водителе машинаға идараны юғалта һәм боролошта ҡаршы һыҙатҡа барып сыға.
– Ҡос осҡос осраҡлыҡ. Еүеш юлда машина тайып, ҡаршы һыҙатҡа сыға. Йөк автомобиле водителе бер нимә лә эшләп өлгәрә алмай. Әле ул шок хәлендә һәм эвакуатор көтә, – тигән йөк машинаһы водителенең дуҫы.
Был ғаиләне иҫән килеш һуңғы тапҡыр заправка эшселәре күргән.
– Кисә кис беҙ был ғаиләне күргәйнек. Ҡыҙҙары самокатта йөрөп өлгөрҙө. Яндарында әсәһе менән улы тора ине. Иҫәпләшкәс, уларға хәйерле юл теләнем. Итәғәтле, йылмайыусан кешеләр ине. Ә хәҙер эштән ҡайтып телефонға ҡараным да, иҫем китте. Күҙ алдында баланың самокатта йөрөгәне тора. Был кис көнө ине, улар ҡайтып еттек тигән ерҙә һәләк булған. Беҙ уларҙы иҫән килеш һуңғы тапҡыр күрҙек, – ти заправка кассиры Әлмирә.
Был авария буйынса фекерен Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ла белдерҙе.
– Өфө – Инйәр – Белорет трассаһы хаталарҙы ғәфү итмәй. Саҡ ҡына тиҙлекте арттырыу ҙа ҙур фажиғәгә килтереүе ихтимал. Әле миҙгелдәр алмашынған ваҡытта юл тағы ла хәүефлерәккә әйләнә. Ямғырлы юл ҡайһы бер урындарҙа туңа башлай һәм водителдәргә ныҡ һаҡ булырға кәрәк, – тине ул һәм ғаиләнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
Аварияла Белорет ҡалаһында йәшәгән Влад менән Нина И. ғаиләһе һәләк булды. Нинаның атаһы һөйләүенсә, ҡатын балалары менән Өфөгә аэропортҡа бара һәм эштән ҡайтып килгән ғаилә башлығын ҡаршы ала. Ир вахта ысулы менән Мәскәү ҡалаһында эшләгән икән.
– Влад Мәскәүҙән ҡайтты, ул шунда эшләй ине. Балалар атаһын ныҡ ярата һәм һәр ваҡыт һағынып көтөп ала. Ул сабыйҙарына бүләктәр алған, уларҙы шатландырырға теләгән. Аҙаҡ был бүләктәре юл буйында тәгәрәп ятып ҡалды, – тип илай атай кеше.
Ғөмүмән, бөтәһе лә был ғаилә тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтә. Улар - изге күңелле, асыҡ кешеләр, һәр кемгә ярҙам итергә әҙер булғандар. Ғаилә тормошҡа ҡыуанып йәшәгән, киләсәккә пландар төҙөгән, ныҡ итеп бер-береһен яратҡан.
– Эй Аллам, был беҙҙең күршеләр. Балалары күҙ алдында үҫеп килә ине. Ниндәй оло ҡайғы. Сабыйҙары бигерәк бәләкәй ине бит, – тип ҡайғыра күршеләре Светлана.
– Тимоша бик тәрбиәле, һәйбәт малай ине. Яслилә минең төркөмгә йөрөнө. Ата-әсәһе лә бик һәйбәт кешеләр ине. Ауыр тупраҡтары еңел булһын, – ти тәрбиәсе Әлиә.
Юл һәләкәтендә кем һәләк булһа ла йәл. Ә бында тотош бер ғаилә юҡ булды. Балалар үҫтергәндәр, киләсәккә матур пландар ҡороп йәшәгәндәр. Ашҡынып атайҙарын көткән балаларҙың да ул ҡайтып килгәндә өйҙә ҡалғылары килмәгәндер шул...
Имен булһын юлдарыбыҙ. Ғаиләнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: