Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы ҡатмарлы операциялар яһау, алдынғы технологияларҙы үҙләштереү буйынса ҙур уңыштар яулай. Хирургтар ике йәки бер нисә ағзаға бер юлы операция яһау ысулын (симультан операция) өйрәнеп, хәҙер мөғжизә күрһәтә. Элек ундай ҡатмарлы операциялар ике-өс этапта, бер нисә ай һуҙымында яһалһа, хәҙер һауыҡтырыу ваҡыты күпкә ҡыҫҡарған.
Бынан бер нисә ай элек Илшат исемле пациент арҡаһында ауыртыу тойғас, “ауыр әйбер күтәргәнгәлер”, тип уйлай. Магнит-резонанс томографы һул бөйөрҙә яман шеш һәм шешекле тромб барлығын күрһәтә. Сочиҙа эшләгән егеткә тыуған яғында операцияға ятырға кәңәш итәләр. Хирургтар 2,5 сәғәт эсендә яман шеш менән тромбты ала. Пациент өсөнсө көнөнә аяҡҡа баҫып йөрөй башлай.
Элек был операцияны ике этапҡа бүлеп яһаған булырҙар ине. Ошондай уҡ ғәмәлде, ошондай уҡ технология менән 63 йәшлек иргә яһарға тура килә. Был әмәлиәттәрҙең икеһе лә ҡатмарлы, йөрәк эшмәкәрлеге туҡтатылмаған көйө, яһалма ҡан әйләнешен барлыҡҡа килтергән аппаратҡа тоташтырылмайынса, бәләкәй уйымдар аша башҡарыла.
Бөтәһе лә табиптарҙың оҫталығына бәйле. Бер майҙанда кардиология һәм урология бригадалары берҙәм механизм кеүек эшләй. Быйыл ошондай алты әмәлиәт башҡарылған.
Урология кафедраһы профессоры Руслан Сафиуллин әйтеүенсә, бындай операциялар Рәсәйҙең ике-өс клиникаһында ғына яһала, ә Волга буйы федераль округында Башҡортостан хирургтары – беренсе! Шулай ҙа клиника табиптары операция өҫтәленә ятыуҙы хуп күрмәй, йылына бер тапҡыр булһа ла ультратауыш тикшереүен үтергә, анализ бирергә кәңәш итә. Иң яҡшыһы - сирҙе иҫкәртеү, ти улар.