Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Сентябрь 2020, 17:52

"Минең менән йәшәмәһәң, үлтерәм!"

Бисара полицияға ғариза ла яҙған. Күренеүенсә, был ғәмәл уны һаҡлай алмаған.

Ufacitynews баҫмаһы хәбәр итеүенсә, яҙғыһын Октябрьский ҡалаһындағы "Еңеү" паркында үле ҡатындың кәүҙәһенә юлығалар. Баҡтиһәң, уны элекке көнсөл ире үлтергән.
17 мартта кискеһен элекке ҡатынына һөжүм итеп, 12 тапҡыр бысаҡ менән сәнсә ул. Һуңынан кәүҙәһен асфальт юлдан ситкә, кеше күҙенән алыҫҡараҡ күсереп ташлап китә.
Ир, үлтереү менән янап, бығаса бер нисә тапҡыр ҡатындың уға кире ҡайтыуын талап иткән булған, шуға күрә бисара полицияға ғариза ла яҙған. Күренеүенсә, был ғәмәл уны һаҡлай алмаған.
Үлтереүҙә шик аҫтына алынған ир ғәйебен таныған. Әле уға суд ҡарары сығарылды - 12 йылға иркенән мәхрүм ителде. Был ваҡытты ул ҡаты режимдағы колонияла үткәрәсәк.
Фото: vanilla.su
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Mine-men-n-y-sh-m----lter-m-462821/
Читайте нас: