Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Сентябрь 2020, 17:04

Мәктәптәрҙән медицина инспекторҙары китә

Уҡыу йылы башланып, тәүге өс аҙна үтте. Белем биреү учреждениеларында хәлдәр нисек?

Шулай итеп, уҡыу йылы башланып, тәүге өс аҙна үтеп китте. Ил буйлап йөрөгән имеш-мимештәргә ярашлы, тап ошо ваҡыт үткәс, барлыҡ учреждениелар кире ябылып, халыҡ яңынан карантинға китергә тейеш ине. Шөкөр, тип әйтәйек, был ысынбарлыҡҡа тура килмәне. Республикала хәл тотороҡло.
Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә сығыш яһап, республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Үткән тәүлек эсендә сирҙе 35 кеше йоҡторған. Пандемия башланыу менән Башҡортостанда 8452 пациент коронавирус менән сирләгән.
– 33 кеше дауаханала, берәү ауыр хәлдә. Уны башҡаларҙан айырым урынлаштырғандар, сөнки уның туберкулез сире лә асыҡланған. 495 кеше өйҙә дауалана, 220 кеше ҡурсаланыу режимында, – тине министр.
Бер аҙна эсендә 224 кеше һауығып сыҡҡан, бөтәһе 7890 кеше һауыҡҡан. Коронавирусҡа йәмғеһе 920 мең тест яһалған. Гриптан вакцина һалыу дауам итә, бөгөнгә ҡарата уны 412 мең кеше яһатҡан. Октябрҙә тағы бер партия вакцина килеүе көтөлә.
Үткән аҙнала республикаға коронавирустан да тәүге вакциналар килде. Әлеге ваҡытта прививка яһатыу өсөн кандидаттар һайлап алыу бара. Улар табиптар буласаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баһалауынса, беҙҙә хәл тотороҡло. Ул мәктәптәрҙә эшләгән медицина инспекторҙары эшен тамамлай тине.
– Уларға ҙур рәхмәт. Тик уҡытыусылар еңел һуламағыҙ, артабан хәлде һеҙгә контролдә тоторға кәрәк буласаҡ. Сир усаҡтарын булдырмау өсөн барлыҡ талаптар юғары кимәлдә үтәлергә тейеш, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: ok.ru
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/M-kt-pt-r-n-meditsina-inspektor-ari-kit-463868/
Читайте нас: