Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Сентябрь 2020, 14:13

Гөлназдың хыялы тормошҡа ашҡан

Йәш йырсы: "Миңә тик һин кәрәк, һиңә тик мин кәрәк", - тип яҙған.

Йәш йырсы Гөлназ Асаева үҙенең "Инстаграм" сәхифәһендә "Инфинити" машинаһы янында төшкән фотоһын ҡуйған. "Миңә тик һин кәрәк, һиңә тик мин кәрәк. Бик күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашты, ниһайәт", - тип яҙған ул. Комментарийҙа Гөлназ был "текә" машинаның ире Вилли-Вилдан Шәмсетдинов менән уртаҡ милке булыуын әйтә.
"Инстаграм"дағы дуҫтары йәш парҙы яңы машина алыуҙары менән ҡотлап, аҡ юлдар теләгән. "Машинағыҙ ҡотло булһын, имен-һау, бәлә-ҡазаһыҙ йөрөргә яҙһын!" - тип яҙа улар. Ҡайһы берәүҙәрҙе машинаның маркаһы һәм хаҡы ла ҡыҙыҡһындырған, шулай уҡ "эшләп, бындай машина алып булмай шул" тип тәнҡитләүселәр ҙә табылған.
Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙҙары Гөлназ Асаева менән Вилдан Шәмсетдиновты яңы машина алыуҙары менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә уларға ижади уңыштар юлдаш булһын!
Фото: www.instagram.com/asaeva
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: