Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Сентябрь 2020, 13:18

Ғәфү ит мине, ҡәйнәм!

(Булған хәл)Ғүмерем буйы етәксе урындарҙа эшләнем: мәктәп директоры, клуб мөдире, ауыл советы башлығы... Шуға өйҙәге хәлдәргә, эштәргә бер ҡыҫылышым булманы тиерлек. Бөтә хужалыҡ, мал-тыуар эштәре, бер-бер артлы тапҡан өс баланы ҡарау бурысы ҡәйнәм иңенә төштө.

Ирем - водитель, гел ҡырға рейстарға йөрөгәс, уның да әллә ни ҙур файҙаһы теймәгәндер. Ҡәйнәм менән бер ваҡытта ла һүҙгә килешеп, әрләшеп йөрөгәнебеҙҙе иҫләмәйем. Эштән ҡайтыуға өй таҙа, тамаҡҡа бешкән, балалар ҡараулы. Шундай ҙа итәғәтле, сабыр булыр икән кеше, ауыҙынан бер зарланыу һүҙе ишетелмәне, ҡәнәғәтһеҙлек белдереп беҙҙе сит-ятҡа һөйләп тә йөрөмәне. Балалар ҙурайып, үҙаллы тормош ҡорғансы бер ҡайғым булманы. Тик ваҡыт уҙа, кеше туҙа тигәндәй, бер көн килеп ҡәйнәмдең дә кәре китә башланы. Барыбер башҡара алырлыҡ эштәргә һаман үҙе йөрөп маташты. Ул ҡарай алмай башлағас, эре малды бөтөрҙөк, тик ҡош-ҡорт та баҡса ҡалды. Шулай аяҡтан йығылғансы тиерлек донъяны үҙ иңендә һөйрәне ҡәйнәм. Хәлдән бөтөнләй тайып, бер аҙна тирәһе генә ятты ул ауырып...
Ҡәйнәмдең кәрәклеген, тормошобоҙҙа мөһимлеген ул булмағас ҡына аңланым. Тормошобоҙҙоң бер йәме, ҡото, һаҡсыһы, йоҙағы булған икән ул! Хәҙер үҙем дә пенсияламын, уйланырға ваҡыт күп. Ҡәйнәмдең үҙенә беҙҙең яҡтан ихтирам, иғтибар етерлек кимәлдә булдымы икән? Юҡтыр. Ҡайһы бер ҡылыҡтарымдан оялып ҡуям хәҙер. Үҙебеҙ ҡунаҡҡа йыш йөрөнөк, күңел өсөн исмаһам уны ла әллә ни ҙә бер үҙебеҙ менән алһаҡ ни була? Пенсияһы ҙур ғына булды, тик уны үҙе тотона алманы бахырҡай: ҡалала ипотекаға фатир алған балаларға ярҙам булһын тип ебәреп торҙоҡ, ә ҡәйнәм бер күлдәген йыуа ла кейә ине...
Хәҙер мунса яҡһам да үкенес йәнде өтә: берәй тапҡыр йыуындырҙыммы уны? Юҡ шул, хатта олоғайғас та арҡаһын ышҡырға ла ингәнем булманы. Нисек йыуынғандыр? Бер тапҡыр хатта мунсанан ҡайтышлай йығылып, ҡар өҫтөндә байтаҡ ятып, оҙаҡ ауырыны. Ошонан аҙаҡ та киҫәмәнем мин, иҫәр. Берәй тапҡыр булһа ла ысын күңелдән һөйләшеп ултырҙыммы, хәлен һораштыммы? Юҡ. Хатта һөйләшеү тоным да гел бойороулы, талапсан, нимәгәлер отчет алған кеүек булған бит. Бөтә ғүмерен беҙгә, балаларыбыҙға бағышлаған ҡәйнәмде берәй тапҡыр булһа ла ял йортона йә шифаханаға ебәрә алмай инекме беҙ?..
Бына ошо үкенестәр тынғы бирмәй йәнде үртәй. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты була икән. Етәксе булып, бүтәндәргә аҡыл өйрәтеп, кәңәш биреп йөрөгәнмен, ә үҙемдең бәләкәй дәүләтемде ҡарай, ундағы кешеләрҙе бәхетле итә алмағанмын. Хәҙер ҡыҙыма ҡайтҡан-киткән һайын тылҡыйым: ҡәйнәңдең ҡәҙерен бел, хөрмәтеңде һүҙ менән генә түгел, эш менән дә күрһәт, тим. Бүтән килендәргә лә уйланырлыҡ һабаҡ булһын ине минең был яҙмам.
Урының ожмахтың түрендә булһын ине, ҡәйнәм...
Фото: Yandex.ua
Автор: Аклима Гизатуллина
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: