Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Сентябрь 2020, 17:55

Ҡан анализы тиҙерәк тикшереләсәк

Һөҙөмтәлә яман шеш менән сирләгәндәргә кисекмәҫтән дөрөҫ диагноз ҡуйып буласаҡ.

Республика клиник онкология диспансерына “ABL800 FLEX” ҡан газдары һәм электролиттар анализаторы һатып алынған.
Данияның “Радиометр Медикал АпС” компанияһы етештергән анализаторҙы ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм “Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һатып алыу мөмкин булған.
Ҡан газдары һәм электролиттар анализаторы нимә менән яҡшы һуң? Ул онкология менән сирләгән кешеләрҙең хәлен диагностикалау өсөн кәрәк, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был аппарат бер ҡан өлгөһө нигеҙендә 18 төргә тиклем анализды тиҙ арала эшләү мөмкинлеген аса икән. Һөҙөмтәлә яман шеш менән сирләгәндәргә кисекмәҫтән дөрөҫ диагноз ҡуйып буласаҡ.
Анализаторҙы дауаханалағы компьютерҙар селтәренә тоташтырырға мөмкин. Өҫтәүенә уның менән арауыҡта идара һәм контроллек итергә, пациент, анализдар һөҙөмтәһе һәм башҡа бихисап ҙур күләмдәге мәғлүмәттәрҙе һаҡларға һәм тапшырырға була. Ә сирлеләрҙе дауалағанда иһә һәр минут ҡәҙерле...
Фото: республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/an-analizi-ti-er-k-tiksherel-s-k-463277/
Читайте нас: