gismeteo.ru порталы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда йылы һәм аяҙ көндәр 24 сентябрҙә башлана һәм 2 октябргә тиклем дауам итәсәк. Был көндәрҙә һауа температураһы +14, +19 градусҡа тиклем йылынасаҡ. Ямғырҙар ҙа яумай торасаҡ.
Тимәк, беҙгә әбейҙәр сыуағы киләсәк. Ғәҙәттә, был матур мәл сентябрҙең икенсе яртыһында була һәм аҙна-ун көн дауам итә.
Октябрҙең тәүге яртыһы ла матур көндәре менән ҡыуандырасаҡ, ти синоптиктар. 15 октябрҙән һуң көҙгө һалҡындар ныҡлап урынлашасаҡ. Көндөҙ +5 градусҡаса ғына йылытытасаҡ, оҙайлы ямғырҙар башланасаҡ.