Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Сентябрь 2020, 13:31

БАЛДЫҘ Миләүшә Ғәйфуллина.

Әле ире менән бергә йәшәгән ваҡытта Нурания юҡ-юҡта еҙнә­һенең үҙенә төбәлгән сәйер ҡарашынан тертләп китә ине. Шуға, әүәлгесә, ҡыҙыҡ-мыҙыҡ һөйләп шаярыуына, уйнап-көлө­үенә сик ҡуйҙы. Апаһы өйҙә бул­мағанда, йомошо булһа ла, уларға барманы. Еҙнәһе менән үҙе араһына кәртәләр ҡуйған һайын, теге нығыраҡ бәйләнде. Хатта ҡайһы ваҡыт шаярған булып, самаһыҙ һөйләнде, хатта юҡ-юҡта биленән тотоп алырға ла тартынманы.

Әлбиттә, әйләнә-тирәләге кешеләр ҙә быны һиҙ­мәй ҡалмағандыр. Ире юл фажи­ғә­һенә осрап, вафат булғас, еҙнә кеше балдыҙының өйөнә килеп үк инде. Нурания яңғыҙ ине. Ҡара пакет тотҡан ҡулын ҡайҙа ҡу­йыр­ға белмәй, уңай­һыҙланыуы­нан бер урында тапанды. Шунан:
— Бына, үтеп барышлай хә­легеҙҙе белешәйем тип кенә индем, — тине. — Диана өйҙәме?
— Уҡыуында, бына хәҙер ҡай­тып етергә тейеш, — тине Нурания, ҡыҙының әхирәте менән бассейнға барырын белһә лә. Шунан сәй ҡуйып, еҙнәһен өҫтәл янына саҡырҙы.
— Ниңә апайым менән килмәнегеҙ, уның да беҙҙә күптән булғаны юҡ... Хәлдәрегеҙ нисек?..

Аралашыуҙарында ниндәйҙер көсөргәнешлек бар кеүек.

— Былай бөтәһе лә яҡшы кеүек. Әле үтеп барышлай ғына индем... Ярай, икенсе юлы бергә килербеҙ, — тип күстәнәстәрен өҫтәлгә алып ҡуйҙы.
— Кит, юҡты, алып ҡуй, хәҙер икәү генә шарап эсеп ултыра­быҙмы, алып ҡайтырһың, өйҙә үҙегеҙ эсерһегеҙ!

— Алып килгән күстәнәсте тегендә-бында йөрөтмәйем инде, ул ни шарап тимәһәм, үпкәләр, һут ҡына. Бына бит нисә генә градус тигән... – тине ул, ше­шәләге яҙыуын уҡып. — Унан кире, миңә бөгөн эштә премия бирҙеләр, шатлығымды уртаҡ­лашҡың килмәйме һуң?

— Әлбиттә, шатмын, лутсы ғаиләңә аҡсалата алып ҡайтып бирһәң, апайым ҡыуаныр ине. Әтеү әйләнгән һайын минән бурысҡа аҡса һорап тора.
— Шулаймы ни, белмәй инем, ул һиңә күпме тейеш, мә, мин ҡайтарып бирәм... – кеҫәһен әйләндереп, булған аҡсаларын өҫтәлгә һалды.

— Бына ошолай ғына, ҡал­ғанын ал! Мин апайыма һинең бөгөн килгәнеңде, бурысын ҡайтарғаныңды әйтермен.

— Кәрәкмәй, үҙем әйтермен. Ул былай ҙа мине һинән көнләшә. “Йоҡлағанда исемен йыш ҡабатлайһың”, — ти...

— Нурания бер мин генә түгел дә...

— Шулайын-шулай, тик ул һин тип уйлай.

— Шуға ситләштеме ни ул минән, арала һалҡынлыҡ тоям. Килһә лә һөйләшергә һүҙе юҡ, йомошон йомошлай ҙа ҡайтып китә һала. Ундай уй хатта башыма ла килмәне... Әпәт иреш­кән­һегеҙҙер, тип уйлай инем. Үҙе һөйләмәгәс, төпсөнөп торма­йым... Ә һин ниндәй Нуранияны төшөңдә күреп, һаташып ята­һың? Мине тип уйламайым...

— Һине... Ысынлап... Хистә­рем­де аңлайһыңдыр, тип уйлағайным...

— Кит әле, юҡты шаярып та һөйләмә!

— Нурания, күңелем һиңә тарта, ни эшләргә лә белмәйем.

— Әле шуны һөйләргә кил­деңме? Былай булғас, мә күстәнәстәрең, бүтән яңғыҙың килеп йөрөмә!

Нурания еҙнәһен башҡа тың­ларға теләмәне. Тегенең ҡаршы­лашыуына ҡарамай, ҡулы­на күс­тәнәстәрен тоттороп, ишек­тән этеп-төртөп тиерлек сығарып ебәрҙе.
Бынан һуң Нурания баҙрап ҡалды. Ни эшләргә? Апайыма әйтергәме? Уға әйтһәм, хәҙер ғауға күтәреп, әсәйемдәргә ҡай­тып китәсәк. Унан да яманы – айырыласаҡ. Был темаға кем менәндер кәңәшләшергә лә уңайһыҙ... Улай ҙа уйланы бал­дыҙ, былай ҙа, тик бер ҡарарға ла килә алманы. Һуңғы сиктә, бәләһенән баш-аяҡ тип, был хәлде күңеленең иң төбөнә күмеп ҡуйҙы һәм бер кемгә лә өндәшмәҫкә булды.

Ә еҙнәһе балдыҙынан былай ғына баш тарта алманы. Ул ситкә этәргән һайын, ҡаны нығыраҡ ҡайнаны. Инде хәҙер ул яратыуын да онотто һәм, нисек тә те­ләгәнен алып, маҡсатына өлгә­шеү тураһында уйланы. Һуңғы осрашыуҙарынан һуң бер йыл үттеме-юҡмы, тыуған көн тигән сәбәп менән, ҡып-ҡыҙыл рауза­ларҙан ҙур гөлләмә һатып алып, йәнә балдыҙының ишеген ҡаҡты. Нурания һуңғы осрашыу­ҙарын һаман онотмағайны әле. Бимазалап йөрөмәгәс, был аң­ланы тип ҡыуанып та ҡуйғайны. Ә инде еҙнәһен йәнә ишеге төбөндә күргәс:
— Бәй, тағы ниндәй елдәр ташланы, апайым ҡайҙа? – тип әйтә һалды.

— Теге мәл өсөн һинән ғәфү үтенергә килдем. Бына шулай, индерһәң индер, индермәһәң, мә бүләк, — тип гөлләмәһен һуҙҙы.

— Был тиклем матур гөллә­мә­не алғас, сәй ҙә эсермәй ҡыуып сығара алмайым инде, ин! Мин һеҙҙе кис көтә инем, — тине.
Еҙнәһенең бер аҙ төшөрөп алғанлығын һиҙеп ҡалғас, ҡа­тындың күңелен шом биләп алды. Шулай булһа ла, тыуған көнөндә бер ҙә насар уйлағыһы килмәне.
— Әлегә бер нәмәм дә әҙер түгел, ҡоймаҡ менән сәй эсеп ал да ҡалғанын кис ҡунаҡтар менән дауам итербеҙ.
— Һин мине ғәфү иттең тип аңланым, рәхмәт, — тине еҙнәһе, балдыҙына яҡынлап. Хатта эҫе тыны Нуранияның сикәһенә килеп бәрелде. – Балдыҙ, ә янған йөрәк менән нимә эшләргә миңә?..
Нурания һүҙен уйынға борорға тырышты:
— Нимә, һаман янамы ни?
— Яна, ещё как яна, мә, йө­рә­гемде тотоп ҡарале! – тип Нуранияның ҡулынан тотоп алып йөрәгенең өҫтөнә ҡуйҙы. – Тоя­һыңмы?

Балдыҙының ҡағылыуы еҙ­нәһенә ток менән һуҡҡан кеүек булды. Аяҡ быуындары тотмай, ултырғысына ултырҙы. Нурания:
— Юҡ, бер нәмә лә тоймайым, бөтәһе лә яҡшы, башымды әйләндермә. Ана, сәйеңде эс тә, эсмәһәң, кискә тиклем һау булып тор! – тип сынаяғын еҙнәһенең алдына күсереп ҡуйҙы.

— Сәй сәй инде ул... – Еҙнәһе ҡапыл Нуранияның биленән ҡосоп алып, алдына ултыртты. Көслө ҡулдары балдыҙының тәне буйлап йүгерҙе, ирендәре ирененә үрелде. Нурания:

– Еҙнә, ебәр, әтеү ҡысҡырам! – тип тегенең ҡулынан ысҡы­нырға маташты. Көстәр тиң түгел. Тыпырсынып бер эш тә сығара алмаясағын аңлаған Нурания ҡулына ҡатыраҡ нәмә эләктереп алырға тырышты... Тик, үс ит­кәндәй, улары бәрелеп-оролоп иҙәнгә тәгәрәне. Еҙнәһе, бал­дыҙын күтәреп алып, йоҡо бүл­мәһендәге карауатҡа индереп бәрҙе. Шунан бер хәрәкәт менән уның өҫтөндәге халатын һыпы­рып алды. Ул салбар ҡа­йышын ысҡындырырға маташҡан арала Нурания, карауат эргә­һен­дәге тумбочка өҫтөндә ул­тырған ҡорос һынды эләктереп алып, ажғырып өҫтөнә менеп килгән еҙнәһенең башына саҡ ҡына һуғып өлгөр­мәне, фатир ишегенең ҡыңғы­рауы шылтыраны.
— Диана ҡайтты, кит, асма­һам, хәҙер үҙе килеп инәсәк, — тип Нурания артыҡ эмоциянан тыны ҡыҫылған еҙнәһен өҫтөнән тибеп төшөрҙө...
Ошо ҡот осҡос ваҡиғаны күпме генә хәтеренән юйып, оноторға теләһә лә, онота, тыныслана алмай Нурания. Әгәр шунда ҡыҙы ҡайтмаһа, нимәләр булып бөтөрөн күҙ алдына ла килтерә алмай... Хәйер яҡшы бөтмәҫе көн кеүек асыҡ ине...

Бөгөн апаһы менән еҙнәһе матур ғына донъя көтә. Тик еҙ­нәһенең юҡ-юҡта серле итеп ҡараш ташлауы, ҡайһы саҡ ша­яр­ған булып күҙ ҡыҫып алыу­ҙары, һаҡ бул, әле алыш бөтмәне тип киҫәткән кеүек, күңеленә шом һала.

Эйе, хәҙер бөтәһе лә артта ҡалды тиһә лә, уяулыҡты юғал­тырға ярамай икәнен белә Нурания. Йәберләнгән күңел бөгөн дә, һыҙлаған теш кеүек, һул­ҡылдап үҙен оноттормай.

Миләүшә Ғәйфуллина.
Шоңҡар журналы сайтынан алынды
фото Т.Роза
Читайте нас: