Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Сентябрь 2020, 00:23

“Ул сит илдә ял итергә ярата ине”

Стәрлетамаҡтан ай самаһы элек ғәйеп булған ханым хаҡында түбәндәге мәғлүмәт асыҡланған...

Инде бер ай самаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Любовь Скачкованы эҙләйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был серле тарихтың әлегә осо күренмәй, әммә яңы мәғлүмәттәр барлыҡҡа килгән.
53 йәшлек ҡатын 27 августан бирле хәбәр биргәне юҡ, яҡындары һәм дуҫтары уның өсөн борсола.
“Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, юғалған ханымдың дуҫтары уның сит илдә булыу ихтималлығы бар, был хаҡта бер кемгә лә әйтмәүе мөмкин, тип белдерә.
"Люба сит илдә ял итергә ярата ине. Быйыл яҙ ул бер нисә аҙна Вьетнамдағы курортта булып, ошо илде бик оҡшатып ҡайтҡайны, ҡабат унда барам тип һөйләгәйне. Бәлки, был юлы ла ситкә осҡандыр, тик был хаҡта әйтмәгәндер? Барыһы ла яҡшы булыр тип өмөтләнәм", - тигән юғалған ҡатындың бер дуҫы.
Любовь Скачкованың билдәләренә килгәндә, буйы 158 сантиметр самаһы, ҡаҡса кәүҙәле, ерән сәсле, йәшел күҙле.
Әгәр ҙә һеҙгә фотолағы ҡатын таныш булһа, уны күрһәгеҙ, хоҡуҡ һаҡлау органдарына йә 8 (987) 106-06-01 телефоны буйынса ирекмәндәргә хәбәр итеүегеҙ һорала.
Фото: gorobzor.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: